Моңһоу уйланыуҙар…
22 сентября 2016 йыл | Хаттар

Ул заманда "Йондоҙ” колхозы гөрләп тора, эш күп – малдарҙы ашатыу, бесән әҙерләү, силос һалдырыу, һалам ташытыу барыһы ла уның яуаплылығында була. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа командировкаларға йөрөү. Бына шулай алдынғы колхозды алға этәреүгә күп көс һалдылар ағайҙар.
Үҙенең ябайлығы, тура һүҙле булыуы, һис хәрәмгә кермәүе арҡаһындалыр инде, һуңынан колхозды таратыуҙа ҡатнашманы, бер трактор ҙа "приватизировать” итеп ҡалманы. Уға 58 йәштә колхоз бөтә. Нияз ағай мал-тыуар аҫрап, бал ҡорто ҡарап, ейәндәре менән шау-гөр килеп йәшәне. Ҡатыны Заһира Вәлиева менән 44 йыл бергә ғүмер итеп, 2 малай үҫтерҙеләр. 71 йәшендә операциянан һуң был донъянан китеп барҙы, 21 сентябрҙә уның вафатына 2 йыл тула. Ошо ауылдың лайыҡлы улдары – Мәүлетҡоловтар нәҫеле колхозда күп эшләнеләр, әле лә дан тотоп йәшәгәндәре байтаҡ.
Нияз Мансур улын белгәндәр, ауыл, район халҡы яҡшы яҡтан ғына иҫкә алһындар ине ағайыбыҙҙы, тигән өмөт менән яҙылды был мәҡәлә.

Роза ҒАРИФУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.