Тәбиғәтебеҙҙе ситтәр һаҡламаҫ
29 сентября 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Еҙем йылғаһына терәлеп ултырған ауыл халҡы, дөрөҫөрәге ауылдың Үр яғында йәшәүселәр байтаҡ йылдар инде йәйге айҙарҙа һыуһыҙ интегә. 1990 йылдарҙа уҡ тотош урам буйлап һыу үткәргес торбалар һалынды, Үр яҡта һыу алыу башняһы ултыртылды. Бынан 4 йыл элек Түбән яҡта ла һыу үткәргес һуҙҙылар һәм һыу алыу башняһына тоташтырып ҡуйҙылар. Күптәр өйҙәренә үк үткәрҙеләр. Бына ошонан һуң Үрге яҡта йәшәүселәр һыуһыҙ интегә башланы ла инде. Түбән яҡта һыу бар, Үрге яҡта юҡ. Быны "баҫым етмәй” тип аңлаталар. Төнгө сәғәттәрҙә генә әкренләп кенә һыу аға башлай Үрге яҡта. Был хәл итә алмаҫлыҡ проблема түгелдер, моғайын, һыу үткәргес торбаларҙың, һыу алыу башняһының техник торошон ҡарап-көйләүсе булырға тейеш бит.
Икенсенән, Еҙем буйынан йыл әйләнәһенә туристар, ял итеүселәр өҙөлмәй. Ҡайҙан ғына килмәйҙәр. Рәхәтләнеп ял итәләр, күңел асалар һәм үҙҙәре артынан сүп-сар ҡалдырып китәләр. Таш Аҫты ауылы тапҡырынан башлап Юрмашҡа тиклем Еҙем буйлап барһағыҙ, иҫ-аҡылығыҙ китер: аҙым һайын сүплек, ҡыуаҡ төбө һайын бәҙрәф… Нимәләр генә юҡ яр буйында?!
Еҙемдең Уҡлыҡаяға ҡаршы ярында әленән-әле төрлө саралар үткәрелә. Июль уртаһында "Мәргән уҡсы” рес-публика фестивале үтеп, унда төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Бына ошондай мәртәбәле саралар ваҡытында ауыл биләмәһендәге бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өмәгә сығып, сүп-сар таҙартҡан була ла ул, тик бер нисә көн үтеүгә яр буйы йәнә сүплеккә әйләнә. Бында ла Еҙем ярының таҙалығы, туристарҙың ялын ойоштороуға яуап биреүсе берәй кеше булырға тейештер.
Юл мәсьәләһе лә киҫкен тора. Ҡарағай менән Имәндәш араһына, Имәндәш ауылының Үҙәк урамына асфальт түшәү, юл билдәләре ҡуйыу өлгөрөп еткән мәсьәлә, минеңсә. Әле иһә бөтә машина туҙан туҙҙырып, юғары тиҙлектә йөрөй. Үҙәк урамда йәшәүселәр йәй буйы туҙан эсендә йәшәй бит.
Матбуғат баҫмаларында яҙылыуынса, быйыл юлдар төҙөү, ремонтлау өсөн республикабыҙға 15 млрд һум самаһы аҡса бүленгән. Беҙҙең район, шул иҫәптән Имәндәш ауылы юлдарын ремонтлауға ла аҡса бүленер, тип өмөтләнәбеҙ.
Дөйөмләштереп шуны әйткем килә, гүзәл тәбиғәтебеҙҙең сафлығын, таҙалығын ситтәр һаҡламаҫ. Булған проблемаларҙы ваҡытында хәл итеп, ауылыбыҙҙың йәмен арттырып йәшәйек.
Лена СӘЙЕТОВА
(ТҮЗБӘКОВА).
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.