Мәсетебеҙгә - 5 йыл
29 сентября 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

 Был датаны ауылда бик матур итеп билдәләп киттек. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар: Стәрлетамаҡтан Ришат хәҙрәт, Пермь өлкәһенән имам-хатиб Хаммат хәҙрәт, Өфөнән танылған мөғәллимә Фатима абыстай, ауылдаштарыбыҙ, хажиҙар Флүр Ғафаров (Өфөлә йәшәй), Мәжит хәҙрәт, райондың имам-мөхтәсибе Рауил хәҙрәт килде, матур итеп ҡотлау һүҙҙәрен әйттеләр. Яугилде, Бурлы, Уҫман, Курорт мәсеттәре имамдары ла булды.
Ауылдың мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы (етәксеһе Рима Вәлишина) мөнәжәт башҡарҙылар. Мөслимәләргә ауылыбыҙ ҡыҙҙары, апалы-һеңлеле Исламиә (Стәрлетамаҡтан) менән Зилә (Красноусолдан) Насибулла ҡыҙҙары Кинйәбаевалар аҙна һайын килеп дин дәрестәре үткәрә.
6-7-се класта уҡыусы Ильвина Әмирова, Альбина Мырҙағолова, Алина Нафиҡова бик оҫта итеп Ҡөрьән сүрәләрен ятҡа һөйләне.
Йәнә бер ауылдашыбыҙ, Красноусол-дан Тәнзилә Рәхмәтуллина ла ҡотлап, бүләк бирҙе. Мәсет һалдырған Рәшит Баһауетдиновтың ике туған энеһе, шул ойошмала бухгалтер булып эшләүсе Илнур Шафиҡов ағаһы һәм үҙе исеменән тәбрикләне.
Өйлә намаҙы мәсеттә уҡылды. Һуңынан барыһы ла мәктәп ашханаһына, Филүс Сабитов салдырған ҡорбан ашына саҡырылды. Ғайса Сабитов ҡорбан һарығы итенән тәмле итеп былау бешергән. Ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән тәм-томдан өҫтәлдәр һығылып торҙо.
Мәсеттә әле имамыбыҙ Ишбулды Фәтҡуллин бик матур итеп эшләп йөрөй. Мәсет төҙөүҙе лә ул юллап, йүнләп йөрөгәйне. Инде артабан да мәсеттән кеше өҙөлмәһен, оҙаҡ йылдар халыҡҡа иман нурҙары таратып эшләп торһон.
Иҙрис ВӘЛИШИН.
Яңғыҙҡайын ауылы.