Яҡшылыҡ эшләүҙән ҡыуаныс таба
31 января 2017 йыл | Хаттар

Аяҡтарынан резина итек төшмәне, сөнки һарай эсендә итекһеҙ йөрөп булмай. Бар эш, шул иҫәптән һыйыр һауыу ҙа, ҡул көсө менән  башҡарылды. Бик йонсоп эшләнеләр.  Улар: Миңниә апай Килмөхәмәтова, Мәфруза апай Үтәгәнова, Фәниә апай Сәйетбатталова, Зифа апай Шәрипова. Шулар араһынан оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән Зифа Шәрипова тураһында һөйләмәксемен. Күптән түгел ул 65 йәшен билдәләне.
Йәшләй генә  тол ҡала апай. Тормош иптәше иртә яҡты донъянан китә. Зифа апайҙың итәк тулы 6 балаһы, өҫтәүенә, ҡәйнәһе уның ҡарамағында ҡала. Береһенән-береһе бәләкәй балаларын ул яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Балаларым, тип икенсегә тормошҡа ла сыҡмай. Әммә Зифа апай бирешмәй, урам тулы мал, ҡош-ҡорт, хатта ат та аҫрай. Бер ҙә ауырһынмай,   үҙе атын егә лә, бараһы еренә барып та килә. Бала ҡайғыһын да кисерергә тура килә, Жәлил исемле улын юғалта ул. Ҡалған балалары иҫән-һауҙар, һәр береһе үҙ аллы тормош көтәләр. Өс ҡыҙы ғаиләләре менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Улы Азамат ситтә эшләп йөрөй. Ҡыҙҙарының иң өлкәне Гөлфинә  кейәүе Рәис менән Ҡарағай ауылында төпләнеп, бик матур йәшәйҙәр. Хәҙер улар үҙҙәре лә өләсәй, олатай инде.
Зифа апай Өфөлә йәшәгән ҡыҙы Әминәнең ҡыҙы – ейәнсәре Әлиәне бик матур итеп тәрбиәләп үҫтерешә. Ул ғына ла түгел, Зифа апай оло йәштәге 90-ға етеп килгән инәһе Хәкимә әбейҙе лә үҙе янына алып, оҙаҡ йылдар инде үҙе ҡарай. Әбей бәхетле, ҡыҙы матур тәрбиәләй, тәмле аштары менән һыйлай, өҫтәлендә гел генә сама-уыры шыжлап-йырлап ултыра. Бына шулай ғүмере ауыр эштә үтһә лә, яҡындарына изгелек ҡылыуҙы бер ҙә ауырлыҡҡа һанамай, унан бары тик күңел йыуанысы, ҡыуаныс ҡына табып йәшәй Зифа апай. Иҫән-һау бул, ауырыма-һыҙланма. Бәхетле ҡартлыҡ теләйем һиңә, Зифа апай.
Тәғзимә
САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.