Изге күңеллеләр
31 января 2017 йыл | Хаттар

Яҙаһы һүҙем Сәйетбаба ауылының тиҙ ярҙам хеҙмәте шәфҡәт туташтары һәм водителдәре тураһында ине.
Улар беҙҙең ауыл биләмәһенә ҡараған 8 ауыл кешеләрен һәм тағы ла 3 ауыл советы халҡын хеҙмәтләндерә. Үҙем оло йәштә булғас, һаулыҡ яғы самалы. Ҡасан ғына тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртһам да, тиҙ генә килеп етәләр. Бына ул шәфҡәтле ҡыҙҙар – Флүрә Мәүлетҡолова, Мөнирә Ҡотлоәхмәтова, Рәсимә Ишниязова, Рәмилә Ишбулдина, Сәүиә Йәрмиева. «Тиҙ ярҙам» машинаһында эшләүсе тәжрибәле водителдәр Рәфис Байбулдин менән Раил Аҙнабаевты ла тик яҡшы яҡтан ғына телгә алабыҙ. Бар ауыл халҡы исеменән уларға рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Беҙ уларҙың эшенән бик ризабыҙ. Медицина өлкәһендә оҙаҡ эшләүҙәрен, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем.
Беҙҙе, ауыл халҡын, борсоған ҙур мәсьәлә тураһында ла яҙғы килә. Ул да булһа - нисә йылдар инде дарыухана юҡлығы. Уны һорап ҡайҙарға ғына мөрәжәғәт итеп ҡараманыҡ, барыһы ла "булыр” тип буш һүҙ менән яуап бирә. Беҙ эшләгән осорҙа – 80-90-сы йылдарҙа дарыухана бына тигән итеп эшләне. Бинаһы әле лә бар – тик эшләүсе белгесе генә юҡ. Күптән түгел
район үҙәгенә автобуста 8 кеше китеп барабыҙ, һораштырһам, бөтәһенең дә йомошо дарыуханала. Ярай әле йөрөй алабыҙ. Ә 80-90 йәшлек ҡарттар нисек барырға тейеш 60 саҡрымда ятҡан район үҙәгенә? Бик аяныс хәл был. Ни өсөн халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртмай икән беҙҙең түрәләр?
Зәйтүнә ШӘМСИТОВА,
медицина хеҙмәте ветераны,
"Почет билдәһе» ордены кавалеры.
Сәйетбаба ауылы.