Апайым – бер бөртөгөм
31 января 2017 йыл | Хаттар

Сәлиха  апайым 18 йәшендә генә Юрмаш ауылы егете, 19 йәшлек Тәлғәт Ниғмәтулла улы Кинйәбулатовҡа кейәүгә сыға. Икеһе лә йәштән үк бик егәрле булдылар. Апайым колхоз эшендә, ырҙын табағында, сөгөлдөр яланында намыҫлы хеҙмәт итә. Еҙнәм әрме хеҙмәтенә киткәнсе икәүләшеп, тырышып-тырмашып йорт төҙөп керәләр. Унда үҙҙәренән башҡа апайымдың ҡайны-ҡәйнәһе, өс ҡәйнеше, ҡәйенһеңлеһе бергә йәшәй башлайҙар. Еҙнәм өс йыл ярымға  әрме хеҙмәтенә алына. Шул арала оло улдары Фәрғәт тыуа.
Апайым, ғаиләһен ҡарайым тип, инәйем әҙерләп биргән йөндән көйөҙ һуғып, өҫ кейемдәре тегеп көн күрҙе. Алтын ҡуллы апайымды эҙләп нимәлер тектереү өсөн хатта күрше ауылдарҙан да кешеләр килә торғайны. Ҡулында бәләкәй бала булыуға, өҫтәүенә, иренең яҡындары менән бергә йәшәүенә ҡарамаҫтан, апайым бөтөн йорт тирәһендәге - аш-һыу әҙерләү, мал-тыуар ҡарау, өй эсен йыйыштырыу кеүек һәм башҡа күп төрлө эштәргә өлгөр була.
Тәлғәт еҙнәм әрменән ҡайтҡас, Юрмаш ауылында үҙҙәренә айырым йорт төҙөп кереп, бер-бер артлы дүрт балаға – ҡыҙҙары Гөлдәр, Гөлназ, Гөлгөнәгә, улдары Фәриткә - ғүмер бүләк иттеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло улдары Фәрғәт йәшләй генә бөтәбеҙҙе лә ауыр ҡайғыға һалып, фажиғәле һәләк булды. Әлеге көндә апайымдың ҡалған дүрт балаһы матур итеп ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, гөрләтеп йәшәп яталар.
Еҙнәм мәрхүм булғас, Сәлиха апайым Ҡарағай ауылында йәшәүсе Гөлдәр ҡыҙы һәм Радик кейәүебеҙҙең ғаиләһендә йәшәй. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ул хәстәрлекле, изге күңелле әсәй, һөйөклө өләсәй, аҡыллы ҡәйнә. Күптән инде хаҡлы ялда, хеҙмәт ветераны. Мәктәптә яҡшы уҡыһа ла, апайыма юғары уҡыу йортонда уҡыу насип булманы. Сөнки һуғыштан һуң халыҡ өсөн ауыр йылдарҙа ундай мөмкинлек булманы шул. Ләкин шулай булыуға ҡарамаҫтан, апайым донъяға заманса ҡарап йәшәй, йәштәрҙән ҡалышмай тормош көтә.
Бөгөн беҙ апайым менән – апалы-һеңлеле – икәү генә тороп ҡалдыҡ.
Апаҡайым, бер бөртөгөм! Оло һәм күркәм юбилейың менән – 75 йәш тулыу айҡанлы – ысын күңелдән ҡотларға рөхсәт ит үҙеңде. Инәйем урынына ҡалған кешем бит һин. Һинән үрнәк алып, һине ихтирам итеп йәшәйем. Минең ғаиләм өсөн һин һәр ваҡыт көтөп алған ҡунаҡ, иптәшем Әнүәр өсөн – ҡәҙерле ҡәйенбикә һәм балаларыбыҙ өсөн яратҡан әбей. Һинең егәрлелегеңә, сабыр, матур күңелле булыуыңа һоҡланырлыҡ. Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар изгелектәр булып ҡайтһын. Тормош һынауҙарын әҙ күрмәнең, ләкин һин, апай, үҙ юлыңды башыңды ғорур күтәреп үттең, ауырлыҡтарға бирешмәнең. Йәшәү йәме, донъя именлеге, ҡоростай сәләмәтлек юлдаш булһын үҙеңә. Тик шатлыҡ тойоп ҡына типһен йөрәгең. Яҡты хыялдарға бай бул, апаҡайым!
Әсмә КӘЛИМУЛЛИНА.
Красноусол ауылы.