Каникул файҙалы үтте
31 января 2017 йыл | Хаттар

Дуҫтарым менән мәҙәниәт йортонда уҙған кисәләрҙән дә ситтә ҡалманыҡ. Бында эшләүсе ағай-апайҙар ойошторған "Күңелле старттар” уйынында ихлас ҡатнаштыҡ, башҡортса бейеүҙәр бейеп күңел астыҡ. Ә иң мауыҡтырғысы беҙ, малайҙар өсөн, уҡ атыу дәрестәренә йөрөү  булды. Был дәрестәрҙе беҙгә "Мәргән уҡсы” Республика бәйгеһендә ҡатнашып, тәжрибә туплаған атайым Илһам Ханнан улы Байбулдин менән ағайым Айрат Әхиәт улы Сәйфуллин асып ебәрҙе. Беҙҙең өсөн махсус уҡ-йәйәләрҙе лә үҙҙәре эшләне. Беҙ унда алты малай ихлас теләп йөрөйбөҙ. Бына улар - класташтарым Сыңғыҙ Иҙрисов, Арыҫлан Юлбарисов, 3-сө кластан Тимур Хәсәнов,  8-сенән Ринат Йәноҙаҡов,  9-сы кластан Урал Мәүлимбирҙин.
Дәрестәр беҙгә бик оҡшай. Ҡулға уҡ-йәйә алыу менән үҙеңде көслө, батыр итеп тояһың. Ниндәй малайҙың милли батырыбыҙ Сала-
уат Юлаев һымаҡ батыр булғыһы килмәй инде! Киләсәктә беҙҙән дә мәргән уҡсылар сығыр әле!
Юлдаш БАЙБУЛДИН,
Ж. Кейекбаев
исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы.