Өс байрам бер юлы
31 января 2017 йыл | Хаттар

Күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә Ибраһим ауылында йәшәй. Уларҙың бар ғүмере хеҙмәттә үткән. Миҙхәт ағай армиянан ҡайтыу менән шофер, тракторсы булып эшләй, колхозда ғына түгел, ра-йон күләмендә алдынғы сөгөлдөр үҫтереүсе ине. Ул шулай уҡ ағас ярҙырыусы, фермала оператор, АВМ-да он тарттырыусы ла булды. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, эшен намыҫ менән башҡарҙы, бик күп Маҡтау грамоталары, наградалар менән бүләкләнде.  Ваҡыт табып, йорт төҙөгән кешеләргә ярҙам итергә лә тырышты. Ауылдағы 30-ҙан артыҡ йорттоң тәҙрә йөҙлөктәре уның оҫта ҡулдары менән эшләнгән.
Асия еңгә лә хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ал-ял белмәй эшләгән сөгөлдөрсө, һауынсы булды. Ауылыбыҙҙың абруйлы кешеләре улар, икеһе лә хеҙмәт ветераны. Татыу ғаиләлә 3 ул, 2 ҡыҙ үҫтереп үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре килеп хәлдәрен белешеп, шатландырып торалар. Сәләмәтлектәре ҡаҡшағаны бирле, Еҙем-Ҡаран ауылындағы кесе ҡыҙҙары Рәсимә һәм Фәрис кейәүҙәрендә йәшәйҙәр. Бөтә балалары ла бер булып ата-әсәләренең юбилейҙарын үткәрергә ҡарар итеп, яҡын туғандарын, Ибраһимдағы бөтә күрше-тирәләрен үҙҙәренең байрамдарына йыйҙы. Бик дөрөҫ эшләгәндәр. Сөнки улар күршеләре менән бер туғандар кеүек йәшәне. Бар эштәрҙә лә ярҙам итеп, ҡайғы-шатлыҡтарҙы ла бергә үткәрҙеләр. Миҙхәт ағай әле лә һәр кемгә аҡыллы кәңәштәрен биреп тора. Ауылда һуғыш яландарында һәләк булған һәм ҡайтып үлгән яугирҙарға обелиск төҙөгәндә лә Ғ.Ғәлин, Р.Насировтар менән бер рәттән ул да иң ҙур финанс ярҙамды күрһәтте.
Асия еңгәм менән Миҙхәт ағайыма киләсәктә иҫән-һау булыуҙарын теләп, түбәндәге шиғыр юлдарын еткерге килә:
Тормош һуҡмағынан тайпылмайса
55-кә килеп еттегеҙ.
Алда әле күп юбилейҙар,
Уларын да бергә үтегеҙ.
Иҫ китмәле матур йәшәнегеҙ,
Киләсәге булһын нурлыраҡ.
Беҙ теләйбеҙ һаулыҡ, сәләмәтлек,
Бәхет, шатлыҡ булһын мулыраҡ.
Тормошоғоҙ гөрләп барған саҡта
Күҙ йәшегеҙ сыҡмаҫ түгергә.
Бәхет, шатлыҡ ҡына юлдаш булһын,
Ағай, еңгә, һеҙгә ғүмергә.
Фәйез САДИҠОВ.
Ибраһим ауылы.