Ҡара төлкө бәләһе
22 февраля 2017 йыл | Хаттар

Бабайым Белорет районынан булған хеҙмәттәше менән зонаның тирә-яғындағы йәнлек эҙҙәренә иғтибар итә һәм бер нисә урынға тоҙаҡ ҡоралар. Иртәгәһенә ҡараһалар, бер тоҙаҡҡа ҡуян эләккән. Нисек етте шулай эшкәртеп, бер соҡорға ут яғып, итте япраҡҡа төрөп, көлгә күмеп бешереп ашайҙар. Һуңынан быларҙың тоҙағына ике ҡуян эләгә. Береһен һуйып ашайҙар, икенсеһен командирҙарына алып ҡайтып бирәләр. Ә уныһы нисек итеп тотҡандарын һорашып белешә лә, артабан үҙе һунар кәрәк-яраҡтары менән ярҙам итә башлай.
Шулай итеп, хеҙмәт ваҡытын имен-аман үткәреп ҡайтыу менән бабайым һунарсылыҡ кәсебенә ныҡлап тотона. Тиҙ арала тирә-яҡҡа даны сыҡҡан райондың алдынғы һунарсыһы булып китә. Ә бер ваҡыт уның ҡапҡанына, тәбиғәттә бик һирәк осрай торған ҡара төлкө эләгә. Ра-йон үҙәгендәге тире ҡабул итеү пунк-тында был тире өсөн бик ҡиммәт хаҡ түләйҙәр һәм планды һәр ваҡыт арттырып үтәгәне өсөн премия биреп, райондың Почет таҡтаһына ҡуйыр өсөн фотоға төшөрәләр.
Бабайым шатлығынан күберәк "төшөрөп” алғандыр инде, "Усолканы сығып, Әлтәшле яҡлап урманға кергәнде хәтерләйем, ә уянып китһәм, бер мәмерйә эсендә ятам,” – тип һөйләй торғайны. Күрәһең, санаһында йоҡлап киткән дә, дилбегәһе ҡулынан ысҡынып, сана табаны аҫтына эләгеп, атты тау, урман яғына борғандыр. "Ҡурҡыштан, мин ҡайҙа ятам ул, тип ҡысҡырып тороп ултырғанды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тирә-яҡ дөм ҡараңғы. Шул ваҡыт «Ҡурҡма, ҡурҡма, беҙ бында» тигән ир-ат тауышы ишетелде, шунда уҡ шәм яҡтырттылар һәм һаҡал-мыйыҡ баҫҡан өс ир күренде,” – тип хәтерләй ине бабайым. Аҙаҡтан билдәле булыуынса, һуғышҡа бармаҫтан, мәмерйәлә йәшеренеп йәшәгән ҡасҡылар булып сыға былар. "Мин бында нисек килеп керҙем ул?” – тигән һорауға улар: "Ат бышҡырған тауышты ишетеп сыҡһаҡ, мәмерйә алдында атың тора, үҙең бер нәмә белмәй йоҡлап ятаһың. Үҙеңде күтәреп индереп һалдыҡ, атыңа септәһен ябып, ашарына һалдыҡ, бүреләр яҡын килмәһен тип, тирә-яғына атылған патрондар ултыртып ҡуйҙыҡ,” - тигәндәр. "Һинең Фатима исемле (Сәйетбабанан) ҡатының бар икән”, тигәндәр былар бабайымды аптыратып. "Уны ҡайҙан беләһегеҙ һуң”, - тигәс, «Үҙең, Фатима, һыу алып бир әле, тип ятҡан ереңдән ҡысҡырҙың», - тигәндәр. Бабайымды оҙатҡан саҡта ҡасҡылар, үҙҙәре тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә, артабан да үҙҙәре янына кереп йөрөргә, шырпы, тоҙ, мылтыҡ яһауы һәм башҡа төрлө кәрәк-яраҡтар килтерергә, ә бабайыма күп итеп йәнлек тиреләре әҙерләп ҡуйырға килешеп хушлашалар.
Быларҙы һөйләгәндә бабайым ныҡ ауырый ине инде. Шулай булһа ла түшәгенән тороп беҙгә килергә тырышҡан. «Үлеп китһәм, йөрөгән урман-тауҙарым (туғандарым, балаларым тимәй) йәл ҡала», - тип уларға арнап йырҙар йырлап, барыбыҙҙы ла илатып, «мин һеҙгә башҡаса килә алмаҫмын», тип бәхилләшеп ҡайтып китте.
Бынан һуң ай самаһы ваҡыт үттеме-юҡмы, бабайым мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Үҙе иҫән саҡта: «Был ҡара төлкөнөң эләгеүе хәйерлегә булманы», - тиер ине.
Ысынлап та, шулай булған шул, теге ваҡыт урманда аҙашып йөрөгәндә ныҡ ҡына һыуыҡ алдыра һәм шунан мантый алмай ул. "Йылы һөйәк һындырмай, һыуыҡ йөрәк тындырмай”, ти бит халыҡ мәҡәле лә.
Рәсүл БАСИРОВ.
Һабай ауылы.