Кәшәф бабай (Булған хәл)
31 марта 2017 йыл | Хаттар

Яҙҙың иң сағыу күренештәренең береһе – йылғала боҙ китеүелер. Был мәлдә йылға ярына бөтөн ауыл кешеләре йыйыла. Юлыҡ ауылында мәктәптә уҡыған йылдарҙа тәнәфесте көтмәйенсә, уҡытыусы апай-ағайҙарҙы нисек тә күндереп, өгөтләп дәресте бүлдереп, боҙ китеүен ҡарарға бара торғайныҡ. Уҡыуға зыян килһә лә, боҙ ҙа көн һайын китмәй бит.
Нисәнсе класта уҡығанмындыр, үҙебеҙҙең Тыныслыҡ урамы малай-ҡыҙҙары менән Мәүлиҙә әсәйем ҡарамағында Еҙем йылғаһында боҙ китеүен ҡарарға барҙыҡ. Әсәйем ярға һыйышмайынса береһен-береһе ҡыҫып, этеп барған боҙҙарға ҡарап торҙо ла:
- Еҙем үкерә, хәйерлегә булһын, - тине.
Беҙ ни, шуҡ малай-ҡыҙҙар, әсәйемдең әйткәненә ҡолаҡ та һалманыҡ. Төп иғтибарыбыҙ – кем ҙурыраҡ боҙ ярсығын күреп ҡала, шул һөрәнләй башлай:
- Ана, ҡарағыҙсы, "Беларусь” арбаһы ҙурлығындағы боҙ өҫтөндә ҙур тирәк ағасы ағып килә. Күрҙегеҙме?
- Күрҙек, күрҙек, - тип береһенән-береһе уҙышып ҡысҡырырға тотона тамаша ҡылыусылар.
Бер яҡ ситтәрәк торған бер төркөм әбейҙәр иҫке сепрәк, ойоҡбаштарын кәүҙәләре буйлап ике-өс тапҡыр әйләндереп алып, эстән генә ниндәйҙер теләктәрен әйтеп, һыуға ырғыталар.
Шулай итеп, миҙгел артынан миҙгел килә торҙо, йылы яҙҙы артта ҡалдырып, йәмле йәй үтеп, алтын көҙ ҙә уҙып, һалҡын ҡыш килеп ҡунаҡланы. Ҡышын да Еҙемдән кеше өҙөлмәй. Урамында ҡойоһо булһа ла, халыҡ эсәр һыуҙы Еҙем йылғаһынан ташып эсә ине. Йылғаға яҡын йәшәгәндәр мал-тыуарын да шунда төшөрөп эсерә. Беҙ йәшәгән урам кешеләре лә ситтә ҡалманы. Мәктәптән ҡайтҡас, тәүге эшебеҙ санаға феләк ултыртып, һыу ташыу булды.  Ҡайһы саҡ Мазһар менән Сәлих ағайҙарҙың ферманан эштән төшкө ашҡа ҡайтҡандарын һағалап торабыҙ ҙа, йүгерәбеҙ улар ихатаһына. Сөнки уларҙың урамында беҙгә бик тә кәрәкле – санаға егеүле ат бар. Хужаларҙың, күрше-тирәләрҙең һыу һауыттарын ат санаһына тейәйбеҙ ҙә, улар тамаҡ ялғап алғансы елдереп, һыуға бара һалып  киләбеҙ.
Ҡыштың саф һауаһын һулап,  ҡәҙимгесә генә йәшәп ятҡанда, ауылда Кәшәф бабай мәкегә төшкән, тапмағандар, тигән хәбәр таралды. Ә Кәшәф бабай беҙҙең урам кешеһе ине. Аяҙ көндө йәшен атҡандай булды был ваҡиға ауыл халҡы өсөн. Уртаса буйлы, аҙ һүҙле ир ғаиләһе менән Тыныслыҡ урамының ос яғында йәшәне. Көн һайын эшкә беҙҙең өй янынан үтә торғайны. Кәшәф бабайҙың беҙгә, ғөмүмән, балаларға булған мөнәсәбәтендә ниндәйҙер тиңлек, иптәшлек һиҙелеп торған һымаҡ ине. Беҙ, малайҙар, футбол йәки хоккей уйнағанда эргәбеҙҙә мотлаҡ туҡталып, туп тибеп, шайбаны шыуҙырып ебәреп, күңелде күтәреп, дәртләндереп китә торған ғәҙәте бар ине. Бигерәк  баласыл кеше ине ул. Ауыл халҡы йылғалағы боҙҙарҙы бысып, аҙна тирәһе эҙләне, әммә Кәшәф бабайыбыҙ табылманы. Беҙ, малайҙар ғына, был хәбәргә ышанмайыраҡ йөрөнөк. Кәшәф бабай бына-бына ҡайтып килер кеүек тойолдо.
Ошо көндән башлап беҙгә һыу ташыу ҙа ауырлашты. Түбән яҡта көн итеүселәр эсәр һыуҙы Еҙемдең юғары осонан, һәләкәт булған мәкенән өҫтәрәк барып алды.
Көн артынан көндәр уҙа торҙо. Беҙ ҡапсыҡта ятмағандай, әкренләп Кәшәф бабайҙың мәкегә төшөп юғалыу тарихына асыҡлыҡ инә башланы. Беҙҙең ауылда ирҙәргә хас булған холоҡ-фиғелле Хәҙисә апай йәшәй ине. Ирҙәрең ары торһон, тотҡан ерендә емерә, эшкә лә бик ауан булды. Фажиғә булған көндө Хәҙисә апай менән Кәшәф бабай һүҙгә килешкәндәр, талашҡандар, тинеләр. Тормош бит ул, талашҡан, кенә тотҡандар ҙа була. Ғәйбәт һатып көн иткәндәр ҙә бихисап. Артабан Кәшәф бабай күп уйлап тормай, ғәрлегенәнме, нимә булғанын кем генә белһен, фуфайкаһын сисеп бәргән дә, йүгереп барып мәкегә ташланған. Хәҙер нисәмә йылдар үткәс, кешене шундай һәләкәткә этәргән ниндәй ғибрәтле һүҙ булды икән ул, тип уйлайым. Шуға ла һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә, тамуҡ утына индергән дә  - тел, тип боронғолар бушҡа әйтмәгән бит. Мин бер кемде лә тәнҡитләргә йыйынмайым. Телгә алынғандарҙың барыһы ла күптән баҡыйлыҡта инде. Урындары йәннәттә булһын. Ҡыш үтеп, яҙ килде, яңынан боҙ ҡуҙғалды. Ошо мәлдә Кәшәф бабайҙың кәүҙәһе табылды. Мәкенән йыраҡ түгел, боҙ аҫтында күперҙең тросына эләгеп торған булған мәрхүм.
Мәүлиҙә әсәйемдең: "Еҙем үкерә, хәйерлегә булһын”, - тигән һүҙҙәрендә лә ниндәйҙер иҫкәртеү, ырым бар кеүек. Кеше бик ҡатмарлы зат бит ул. Төрлө кешеләр була, шуға ла бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ, ихтирамлыраҡ булайыҡ, яҡташтар.
Рәсих АБДРАХМАНОВ.
Толпар ауылы.
(Барлыҡ исемдәр ҙә үҙгәртеп алынды).