Һағындырҙы ғүмер яҙы
30 июня 2017 йыл | Хаттар

Күптән түгел Йөҙимән төп дөйөм белем биреү мәктәбендә тап бынан 35 йыл элек, 1982 йылда, мәктәпте тамамлаусы класташтар осрашыуға йыйылдыҡ. Матур сараға ветеран уҡытыусы, мәғариф отличнигы Әминә Мөхәмәт ҡыҙы Мәхмүтова саҡырылды.
Бер-беребеҙҙе һағынған класташтар мәктәптә уҡыған ваҡыттарҙы юҡһынып, яҡты хәтирәләребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Арабыҙҙан бик иртә киткән класташтарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ. Уҡытыусыбыҙ күңелле мәктәп йылдары тураһында һөйләне һәм барыбыҙға ла үҙенең матур теләктәрен еткерҙе. Осрашыуҙа мәктәп директоры Таңсулпан Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллина ҡатнашты һәм мәктәпте тамамлаусы барлыҡ уҡыусыларҙы ла мәктәп менән бәйләнештә ҡалыуҙарын теләне. Ошо матур сара - осрашыуға килгәндәре өсөн Әминә апабыҙға, класташтарыма, шулай уҡ мәктәп етәксеһе Таңсулпан Фәрит ҡыҙына һәм ойоштороуҙа ярҙам иткән клас-таштарым Гөлнур, Рәмзиә, Нәбирәгә, уҡытыусыларға, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде еткерәм һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.
Лилиә Ғәлимова.