Мин бәхетле – олатайым бар
30 июня 2017 йыл | Хаттар

Ысынлап та, олатай-өләсәйле булыу ҙур бәхеттер, тип уйлайым. Үҙемде шул бәхетле кешеләр рәтенә индереп, олатайым тураһында яҙып үтәм.
Минең Таһир олатайым 1952 йылдың 28 июнендә Ибраһим ауылында Гөлсөм һәм Ғәлиәскәр Лоҡмановтар ғаиләһендә иң өлкән улдары булып донъяға килә.
6-сы класты бөткәс лафитта йөрөгән, фермала һөт ташыған. 1970 йылда олатайым шоферлыҡҡа уҡырға инә. Көҙ көнө ул армия сафына алына. Мәскәү өлкәһендә хеҙмәт иткәндә лә шофер була. 1972 йылда иҫән-һау ғына армиянан ҡайтып, колхоз рәйесе Динислам Баттал улының шоферы булып эш башлай. Төҙөлөш ойошмаһында урман ҡырҡа, бригадир ярҙамсыһы һәм уңған ферма мөдире була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы урман ҡараусыһы була.
1974 йылда Абдулла ауылы һылыуы Миңнинур Әнүәр ҡыҙы менән өйләнешеп, дүрт балаға ғүмер бирәләр. Өлкән улдары Заһир - Белоретта, ҡыҙҙары Айгөл Юлыҡта, Дания - Стәрлетамаҡта һәм кесе улдары Динар Өфө ҡалаһында йәшәй. Олатайым менән өләсәйем 43 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Уларҙың 5 ейәне, 3 ейәнсәре бар. Икеһенең дә күп грамоталары, премиялары, призлы бүләктәре бар. Олатайым бөхтәлекте ярата.  Ул тырыш, асыҡ күңелле, талапсан. Ошо сифаттарҙы балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә лә өйрәтә. Бөтәһе лә унан өлгө алып йәшәй.
Ҡәҙерлебеҙгә өләсәйем менән тағы ла оҙаҡ йылдар беҙгә терәк-таяныс булып йәшәргә яҙһын.
Алһыу УРМАНШИНА,
Юлыҡ мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.