Хаттар ағымы артһын
12 сентября 2017 йыл | Хаттар

Төрлө мәшәҡәттәр менән йәй ҙә үтте. Июль, август – ауылда йәшәүселәр өсөн хәстәрлектәр менән тулы айҙар. Мал-тыуарға ҡышҡылыҡҡа етерлек бесән әҙерләргә, баҡсала үҫтерелгән уңышты йыйып алырға, йорт-ҡаралтыларҙы ла йүнәтергә кәрәк. Быларға йәйге каникулдарҙан һуң балаларҙы мәктәпкә әҙерләү хәстәрлектәре лә өҫтәлә. Тап шуға ла был айҙарҙа редакция почтаһында хаттар ағымы кәмеүе күҙәтелде: 2 айҙа барлығы 60 хат алғанбыҙ. Уларҙың күбеһе ауылдарҙа уҙған байрамдар, осрашыуҙар, мәҙәни саралар тураһында, шулай уҡ Экология йылына арналғандары ла байтаҡ булды.
Бына алтын көҙгә лә аяҡ баҫтыҡ. Мәктәптәрҙә, мәҙәниәт усаҡтарында күңелле лә, мәшәҡәтле лә осор башланды. Почта бүлексәләрендә 2018 йылдың тәүге яртыһы өсөн гәзит-журналдарға яҙылыу бара. Баҫыуҙарҙа урып-йыйыу эштәре дауам итә. Уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа ризыҡ туплай...
Шулай ҙа көҙгө эштәрҙән бер аҙ бушап, ҡулығыҙға ҡәләм алып, гәзиткә хаттар яҙырға ла ваҡыт тапһағыҙ ине. Һәр ауылда ла өлгөлө ғаиләләр, уңғандар, оҫта ҡуллы кешеләр бар. Үҙ көсө менән ниндәй ҙә булһа табышлы эшкә тотонған йүнселдәр ҙә етерлек. Ошолар һәм тормоштағы башҡа күренештәр тураһында фекерҙәрегеҙҙе гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашһағыҙ ине. Тирә-яҡтағы ваҡиғаларға битараф булмай, ауылдаштарығыҙҙың шатлығы ла, күңелегеҙҙе ҡырған етешһеҙлектәр, борсоған һорауҙар хаҡында ла хәбәрҙәр көтәбеҙ һеҙҙән.
Алдағы айҙарҙа һеҙҙең менән ижади бәйләнешебеҙ нығыныр, хаттар ағымы артыр, тип ышанабыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Хаттар бүлеге.