Ике арала - бер турала...
19 сентября 2017 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Мин йәмәғәт транспортында һирәк йөрөйөм. Ләкин бы-йыл йәй көнө бер нисә тапҡыр автобус менән Красноусолға барырға тура килде. Шунда кешеләрҙең ысын мәғәнәһендә мең ғазап менән автобуста йөрөүҙәре тураһындағы зарҙарын үҙем кисерҙем.
Беҙҙең Игенйылға ауылына автобус Антоновка, Аҡкүл, Татар Саскүле, Ҡотлоғужа ауылдары халҡын ултыртҡас килеп етә. Беренсе тапҡыр автобусҡа саҡ эләгеп, бер аяҡта баҫып Красноусолға барып еткәс, водителдән: "Ни эшләп шул саҡлы халыҡҡа бер автобус, игенйылғалар ҙа билет өсөн хаҡ түләп, бер аяҡта баҫып йөрөргә тейешме ни?” тигәс, "Автобусығыҙ бар, шофер табығыҙ. Был һорау миңә түгел”, тип яуапланы.
Икенсе тапҡырында ла шығырым тулы автобусҡа саҡ эләгеп, баҫып барырға тура килде. Хатта ҡайһы берәүҙәр автобусҡа керә лә алманы.
Өсөнсө тапҡыр ҙа шул уҡ хәл ҡабатланғас, мин гәзиткә яҙасаҡмын тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙем. Пассажирҙар бер тауыштан: "Яҙығыҙ, күптән кәрәк ине”, тип миңә теләктәшлек белдерҙе. Баҡтиһәң, Антоновка, Аҡкүл пассажирҙарын да был урап йөрөүҙәр туйҙырған, туранан-тура барып етәһе, тиҙ генә ҡайтаһы урынға күпме урау юл үтергә кәрәк. Пассажирҙар араһында өлкән йәштәгеләр ҙә, йәш балалар ҙа, инвалидтар ҙа бар бит.
Бына был автобуста юл ғазабының гүр ғазабына әйләнеүенә ысынлап та инанаһың. Автопредприятие етәксеһе бер тапҡыр автобус пассажирҙары менән шул юлды үтһә, ҡарашы үҙгәрер ине. Автобусы булғас, йөрөтөүсеһен табыу уларҙың туранан-тура эше бит. Нишләп Игенйылға халҡы аҡса түләп бер аяҡта баҫып йөрөргә тейеш? Һәм был ҡасанға хәтле шулай дауам итер икән?
Игенйылға кешеләрен тағы ла бер мәсьәлә борсой. Һәр ауылда махсус туҡталыш бар. Тик, әлеге лә баяғы, беҙҙең ауылда ул юҡ. Ҡойма ямғырҙа ла, ҡарҙа ла, елдә лә халыҡ асыҡ һауала торорға мәжбүр. Игенйылғалар күп ваҡыт Цапаловкаға сығып тора. Ә унда туҡталыш Цапаловканың осонда, уға барайым тиһәң, саҡрымға яҡын ара үтергә кәрәк. Ул туҡталышты кемдәр өсөн төҙөп ҡуйҙылар икән, аңлашылмай. Уныһы ғына түгел, Стәрлетамаҡ - Красноусол автобустарына ултырып ҡайтҡанда күп водителдәр шул туҡталышта ҡалдырып китә. Юл сатында ҡалдырыуҙы һораһаң, ҡолаҡ та һалмайҙар. Юлсыларға саҡрымдан артыҡ юл сатына ҡәҙәр йәйәү килергә ҡала. Яҡты ваҡытта ғына түгел, ҡараңғыла ла шул уҡ хәл. Әйтерһең дә, Игенйылға халҡы башҡа бер дәүләттә йәшәй. Бер ҙә хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләме икән ни былар?
Был хатты үҙемдең исемдән генә яҙмайым. Халыҡ күптәнән гәзиткә яҙыуымды һорай ине. Үҙ күҙем менән күрмәгәнде һис кенә лә яҙа алмағанға, әле генә үҙ елкәмдә юл ғазабын татығас, яҙырға булдым. Етәкселәр Игенйылға халҡының да хәлен аңлар, тейешле сараларҙы күрер, тип ышанғы килә. Ике арала - бер турала иғтибарһыҙ бер төбәк булып ҡалмаһаҡ, кешеләр транспортта уңайлы шарттарҙа йөрөү хоҡуғынан мәхрүм ителмәһен ине.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Игенйылға ауылы.