Балҡыһын күңел ҡояшығыҙ
29 сентября 2017 йыл | Хаттар

Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән, бәләкәйҙән йыр-моңға маһир Рима мәктәп йылдарында уҡ төрлө сараларҙа ҡатнаша, һуңынан бер нисә йыл клубта эшләй. Өфө нефть техникумын тамамлап, Себер тарафтарында эш башлай. Тормош иптәше Миңнеғариф менән ошонда танышып ҡауыша улар. Ҡатын-ҡыҙ бурысы балалар үҫтереү, уларҙы татыу, тыныс мөхиттә тәрбиәләү булһа, шул уҡ ваҡытта үҙен дә оноторға тейеш түгел. Рима  ситтә йәшәгәндә лә төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, әүҙем тормош алып бара. Красноусолға күсенеп ҡайтыуҙарына 2 йыл ғына булһа ла, моңло тауышлы йырсы, һәләтле актриса итеп тә танытып өлгөрҙө үҙен. "Ғафури” халыҡ театры ҡуйған Мөнир Ҡунафиндың "Люксембургҡа барып ҡайтҡансы” спектаклендә Сәғирә, Салауат Әбүзәровтың "Йәшлеккә ҡайтыу” комедияһында Әҡлимә ролдәрен оҫта башҡарыусы, "Хазина” фольклор ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһе лә ул.
Рәшиҙә Хисаметдинова Красноусолда тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән һинд киноларын ҡарап, бейеүҙәренә ғашиҡ була. Һинд көйҙәренә үҙе лә бейеүҙәр һалып башҡара. Мәктәпте тамамлағас, район мәҙәниәт йортонда эшләй, бейеүҙәре менән тамашасы күңелен яулап өлгөрә. Тормош иптәше Мөхәмәт менән Себер яҡтарында хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләп, унда ла был шөғөлөн ташламай. Красноусолға ҡайтып төпләнгәс, бар булмышы менән мәҙәниәт йортона тартыла һәләтле ханым. Ул башҡарған йыр-бейеүҙәр күп сараларҙы йәмләй. Ә Һиндостандан алып ҡайтҡан сәхнә кейемдәре уның сығыштарын тағы ла сағыуыраҡ итә.
Күңелдәрендә яҡты нур һәм ихласлыҡ урғылып торған ханымдарҙың әле уңышлы, йәмле ғүмер көҙө. Уларҙың яулаған үрҙәре, шул уҡ ваҡытта тормоштан йәм һәм тәм таба белеүҙәре һоҡландыра. Тап ошондай күркәм, бәхеттең асылын аңлап йәшәгән ханымдар йәшәүҙең ҡабатланмаҫ матурлығын тойорға, күрергә ярҙам итә лә инде.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА.
Красноусол ауылы.