Өләсәйем – терәгем
29 сентября 2017 йыл | Хаттар

Минең ҡәҙерле өләсәйем – Флүрә Гәрәй ҡыҙы Ҡунафина бик уңған, сабыр холоҡло, мөләйем йөҙлө кеше. Ул бар эшкә лә оҫта – иң тәмле аштар ҙа, иң татлы сәйҙәр ҙә өләсәйемдеке. Ҡул йылыһын һалып бешергән икмәге, ҡорото, май-ҡаймағы, ҡайнатмалары, ҡоймаҡтары телде йоторлоҡ. Оло йәштә булһа ла, һарай тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәҫ, арыным, ауырыйым, тип зарланмаҫ көслө рухлы, эшһөйәр, изге күңелле, итәғәтле кеше ул өләсәйем. Беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәренә лә һәр эште еренә еткереп башҡарырға, хеҙмәт тәмен белеп үҫергә өйрәтә.
Өләсәйем үҙе лә бәләкәйҙән эшләп үҫә. 12 йәштән колхоз эшенә сыға, фермала һыйыр һауа. Үҙе кеүек ҡыҙҙар менән колхозда сөгөлдөр, картуф утай, бесән әҙерләй. Бесән бөтөүгә, ырҙында ашлыҡ таҙартыу башлана. Үҫкәс тә өләсәйем тыуған ауылы Сәйетбабаны ташлап китмәй. "Йондоҙ” колхозының уңған эшсеһе була ул. "Сөгөлдөр баҫыуында беҙҙең звено ҡатындары: Асия Ғайсина, Миңнезәр Әхмәтова, Ғәйшә Яхина, Клара Фәхретдинова, Мәреүә Мансурова, Тәскирә Ғәниева БАССР Юғары Советы депутаты Сәрүәрә Сираева етәкселегендә иң алдынғылар рәтендә булды,” – тип хәтерләй өләсәйем.
Өләсәйем 6 балаһына, килен-кейәүҙәренә һөйөклө әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яғымлы өләсәй. Олатайым Сәхиулла Сәфиулла улы менән кешелекле, тырыш, күркәм холоҡло, аҡыллы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгәндәре өсөн һәйкәл ҡуйыр инем мин. Балаларының уңыштарына һөйөнөп, ғорурланып, уларҙың ярҙамын, хәстәрен, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатланып йәшәй өләсәйем. Һәр байрамға өҫтәл тултырып аш-һыу әҙерләп көтөп ала ул балаларын. Беҙ уның кәңәштәре, фатихалары менән йәшәйбеҙ. Ул беҙҙең оло терәгебеҙ.
Ғаилә усағын һүндермәй, иҫ киткес аҡыл һәм яуаплылыҡ тойоп донъя көткән аҫыл зат - өләсәйем алдында баш эйәм. Мин уны бик яратам һәм хөрмәт итәм.
Лилиә САТТАРОВА,
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 7-се класс уҡыусыһы.