Хәстәрегеҙ өсөн рәхмәт!
28 ноября 2017 йыл | Хаттар

Хәстәрегеҙ өсөн рәхмәт!Ошо көндәрҙә Баҡраҡ ауылында ремонт һәм реконструкция эштәренән һуң медпункт һәм клуб асыу тантанаһы үтте. Ауыл халҡы өсөн күптән көткән шатлыҡлы ҙур ваҡиға булды ул.
Төҙөкләндереү барышында ауыл халҡына һәр төрлө ярҙам күрһәткән Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәноваға рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Етәксегә тынғыһыҙ, яуаплы, шул уҡ ваҡытта оло ихтыяр көсө талап иткән эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Баҡраҡ ауылы халҡы исеменән
Альбина ИБРАҺИМОВА.