Гөрләп үтте уңыш байрамы
05 декабря 2017 йыл | Хаттар

Гөрләп үтте уңыш байрамыКүптән түгел Родина мәктәбендә көҙгө уңыш байрамы, йәрминкә үтте. Байрамдың тәүге өлөшөн уҡыусыларҙың ҡыҙыҡлы художестволы номерҙары биҙәне.
1-се, 2-се класс уҡыусылары дәртле таҡмаҡтар менән сығыш яһаны, 3-сө, 4-се кластар "Көҙгө әкиәт”те сәхнәләштерҙе, 6-сылар моңло йыр башҡарҙы, 8-селәр ҡыҙыҡлы фокус-тар күрһәтте. Был сығыштар араһында уҡыусылар тапҡыр йомаҡтар систе, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе.
Кисәнең икенсе өлөшөндә ата-әсәләр менән берлектә әҙерләнгән йәрминкә булды. Ниндәй генә һый-ризыҡ юҡ ине унда – бәлеш-ҡоймаҡ, торттар, баҡсанан йыйылған йәшелсә-емештәр, һөт-ҡаймаҡ... Оҫтабикәләр бәйләгән ҡул эштәре лә бар ине йәрминкәлә.
Уңыш байрамын инглиз теле уҡытыусыһы Динә Вәхит ҡыҙы Шәйхолова ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо, ә 6-сы класс уҡыусылары Эльвина Йәрмөхәмәтова менән Снежана Муллағолова йәнле итеп алып барҙы.
Рәйлә ФЕДОРОВА,
Родина мәктәбенең
башҡорт теле уҡытыусыһы.