Аштары тәмле, ғүмере бәхетле
07 марта 2018 йыл | Хаттар

Ғүмер тигәнең, аҡҡан һыу кеүек, тиҙ генә үтә лә китә икән. Инәйемдең әле генә йәш кенә, һылыу ғына, йүгереп йөрөп донъя көткән сағы ине. Инәйем Тәүҙиха Әбдрәхим ҡыҙы Иҙрисова яңы ғына 85 йәшен билдәләгәйне.
Инәйем Яңы Ҡауарҙы ауылында тыуып, бик бәләкәйҙән, 7 йәштән инәйһеҙ ҡала, әсәйем бик йәшләй генә донъя ҡуя. Олатайым береһенән-береһе бәләкәйерәк 3 сабыйы менән яңғыҙы тороп ҡала. Уларҙы тәрбиәләп үҫтереүгә бар көсөн һала. Үҙенә ауыр булғас, өйләнә һәм инәйемдәр үгәй әсәй ҡулында үҫә. Инәйемдең инәһе Шәмсиямал әсәйем бик белемле кеше була, иң тәүгеләрҙән булып секретарь, һуңынан уҡытыусы булып эшләй, һатыусы ла була. Әҙ генә ғүмере эсендә төрлө эштәрҙә эшләп өлгөрә. Олатайым да сельпо рәйесе булған һәм башҡа төрлө вазифаларҙы биләгән. Улар бик тә татыу, хәлле йәшәгәндәр. Инәйем дә үҫә төшкәс, магазинда һатыусы булып эшләгән. Беҙ бәләкәй саҡта олатайым бөхтә генә итеп кейенеп, беҙгә бүләктәр, күстәнәстәр тотоп килә торғайны. Уны ныҡ яраттыҡ.
Инәйем Аҡташ ауылы егете Мәҡсүд Ситдыҡ улына тормошҡа сығып, 7 балаға ғүмер бирәләр, әммә бөгөн  дүртебеҙ генә иҫән-һаубыҙ. Инәйем  аш-һыуға бик оҫта булды, телде йоторлоҡ итеп бешеренде. Беҙҙе һәр төрлө ҡамыр ризыҡтары менән һыйлап ҡына торҙо, ҡоймаҡ, бәлеш, ҡыҫтыбый, пирожки тиһеңме, өҫтәлебеҙҙән өҙөлмәне. Беҙҙе хәлдәренән килгәнсә матур итеп кейендереп,  тәрбиәләп үҫтерҙеләр, рәхмәт атай-инәйемә. Улар бер ҙә эшһеҙ торманылар, тырышып донъя көттөләр. Атайым мәрхүм гел тауҙа йәйҙән көҙгәсә мал ҡарап ятты. Ә инәйем ғүмер буйы яҙлы-көҙлө сөгөлдөр баҫыуында булды. Элекке, эш ҡул көсө менән башҡарылған ваҡыттарҙа, бейек автомашиналарға сөгөлдөр тейәү булһынмы ул, бик йонсоп, арып-талып ҡайтырҙар ине.  Беҙ, балалары ла, Аллаға шөкөр, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, бик матур итеп донъя көтәбеҙ, һәр беребеҙҙең үҙ донъяһы, эше бар.
Атайым йәшләй генә яҡты донъянан китеп барғас, инәйем бирешмәне, ныҡ булды, беҙҙе тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙы. Уға уҡыу эләкмәһә лә, атай-инәһе кеүек зирәк аҡыллы. Бөгөн инәйем Аҡташ ауылында яңғыҙы ғүмер итә, бер балаһына ла барып йәшәргә күнмәй, беҙ янына барып хәлен белешеп торабыҙ. Беҙгә килһә лә тиҙ генә ҡайтыу яғын ҡарай, Стәрлетамаҡ районында иркен йәшәгән апайым менән еҙнәмдәргә лә бармай.  "Аллаға шөкөр, әлегә үҙ-үҙемде йөрөтәм, аяғым атлай, күҙем күрә, үҙ тормошомдо үҙем көтәм”, тип кенә ебәрә. Шулай уҡ ғүмер буйы бер төптән йәшәгән ут күршеһе – Райхана килендәшен ҡалдырып китеүҙе күҙ алдына ла килтермәй.
Инәйемде 8 Март байрамы менән ҡотлайым һәм иҫән-һау булып, 100-гә ет, тигән теләктә ҡалам.
Тәғзимә САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.