Изге әсә лә ул, күркәм ҡатын да
07 марта 2018 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Бик күп байрамдар араһында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә көтөп алғандарҙың береһе – 8 Март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Байрам уңайынан ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙар тураһында фекерҙәремде гәзит уҡыусыларға еткерге килә.
Иң тәүҙә ХХ быуаттың иң ҙур афәте – Бөйөк Ватан һуғышының бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә үткәргән 94 йәшлек Миңнегөл апай, 92 йәшлек Тәнзилә апай, 90 йәшлек юбилейын билдәләгән "Почет Билдәһе" ордены кавалеры, ауыл һәм район Советтары депутаты булып күп йылдар эшләгән Рәйфә Сибәғәт ҡыҙы Ғәйнетдинова иҫкә төшә. Ошо көндәрҙә Рәйфә апайға ил Президенты В.В.Путиндың Ҡотлау хатын тапшырырға тура килде. Олоғайғанмын, иҫләмәйем тиһә лә, аңы-фекерләүе бынамын тигән, колхоз тормошо, үткәндәре тураһында хәтерләй, хат өсөн ысын күңелдән рәхмәтен белдерҙе. Шул уҡ йәштәге ветерандар Фатанат Латипова, ололарҙың мәсеткә йөрөүен ойоштороусыларҙың береһе Рау-за Юлдашбаева, балаларының изгелектәрен күреп йәшәйҙәр. Быйыл 80 йәштәрен билдәләйәсәк Миңнира Дәүләтбаева, Үәрә Сарышева, Нажиә Исхаҡова, 75 йәшлек Тәнзилә Насирова, Миңнира Хәйретдинова, йәшерәктәрҙән Зәйнәп Бәширова, Минзилә Вәлитова, Сәкинә Сөләймәнованың һәр береһенең 35-40 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар.
Бергә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыларҙы телгә алмаһам, яҙыҡ булыр. Иң оло йәштәгеләренән Зәйтүнә Дәүләтбаева, Рәхилә Кәримова, Рима Ҡалмырҙина, Рәйсә Абдуллина, Миңзәлә Нәзирова, Миңзилә Йәнешева, Зифа Шәрәфетдинова, Рәмилә Ғәлина, Земфира Латипова, Таһура Ишбирҙина, Лүзә Исхаҡова, ошо көндәрҙә Рәҡит менән бергә йәшәүҙәренең алтын туйҙарын билдәләүсе Фәниә Аҡмырҙина хаҡлы ялға сыҡҡансы бар ғүмерҙәрен балаларҙы тәрбиәләүгә бағышланы. Мәктәптә кластар йылы, таҙа булһын өсөн утын яғып, һыу ташып эшләгән Менеүәрә Исхаҡова, Рәшиҙә Муллагилдина, Әминә Ғәлиуллина, Зиларида Ғәлина, Мәреүә Мөхәмәтйәрова апайҙарҙың хеҙмәттәрен батырлыҡҡа тиңләрлек. Юғарыла һанап үтелгәндәрҙең барыһына ла бәхетле ҡартлыҡ, Хоҙай биргән ғүмерҙе балалар игелеген күреп, шатланып йәшәргә яҙһын тип теләге килә. Улар бөтәһе лә тиерлек 5-6-шар бала үҫтергән изге йөрәкле әсәләр, өләсәйҙәр.
Әлеге көндә эшләп йөрөүселәрҙең дә күбеһе ҡатын-ҡыҙҙар: уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, башҡа өлкәлә эшләүселәр. Шундайҙарҙың береһе беҙгә, ауыл пенсионерҙарына, иң яҡын, иң изгелекле кеше фельдшер Рәйлә Йәғәфәрова тиһәк, дөрөҫ булыр. Ул бер үҙе пенсионерҙарҙы, балаларҙы, ауыл халҡын хеҙмәтләндереүҙән тыш, саҡырыуҙарға йөрөргә, ауырыуҙарҙы район үҙәгенә дауаханаға оҙатырға, сабыйҙар тыуһа, барып алырға ла өлгөрә. Ололарҙан йыш ҡына "Рәйлә табиптарҙан күберәк белә бит ул” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Байрам уңайынан уға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ауылдағы балалар баҡсаһының ике төркөмөндә лә тәрбиәсе, бала ҡараусы, ашнаҡсы булып уңған, эштәре өсөн янып торған ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Урта мәктәптең директоры ла мәктәп тарихында беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ – Фәймә Зөлҡәрнәйева, уҡытыусыларҙың күбеһе (3 кенә ир-егет), хеҙмәт-ләндереүселәр ҙә гүзәл заттар. Шулай уҡ ауыл хакимиәтендә, почтала, магазиндарҙа ла тик ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Ошонда һанап киткәндәрҙе һәм йорт-хужалыҡтарҙағы эштәрҙе иҫәпләһәң, беҙ, ирҙәр һәм бөтә йәмғиәт улар ҡурсалауында ғына йәшәйбеҙ булып сыға.
Оло йәшкә етеп, сәләмәтлек ҡаҡшай башлағас, әгәр мине ҡайғыртҡан ҡатыным, "атай” тип өҙөлөп торған ҡыҙҙарым, килендәрем булмаһа, мин нимә эшләй алыр инем икән тигән һорауға хатта яуап таба алмаған саҡтар була. Үҙемдән бигерәк уларға иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар теләп, рәхмәт әйтке килә. Күп ир-егеттәр ошо теләктәргә ҡушылырҙар, тип уйлайым һәм йәшәүҙең йәме булған, тылсымлы ла, һөйкөмлө лә ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март байрамы менән ҡотлайым.
Рим НАСИРОВ,
Ҡауарҙы ауыл ветерандар
советы рәйесе.