Донъяһы үрнәк алырлыҡ
07 марта 2018 йыл | Хаттар

 
Борондан ирҙәр ил һаҡлап яуға киткәндә ҡатындар ауыл һәм ил йөгөн үҙ иңенә алған. Ирҙәрҙең тоғро юлдашы,һәр эштә алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, кәңәшсеһе, терәге булған. Үҙендә ҡиммәтле сифаттарҙы туплаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бик күп, улар илебеҙ таянысы, киләсәк быуынды тәрбиәләүселәр. Һуғыш йылдарында улар Ватаныбыҙҙың ысын патриоттары булды.
Мин мәҡәләмдә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас иң беренселәр рәтендә һуғышҡа киткән һәм яу яланында ҡорбан булған Имаметдин Ғәзизовтың ҡыҙы Хәҙисә Сафиуллина тураһында яҙырға булдым.
Ире Имаметдин һуғышҡа киткәндә Мәрфуға Ғәзизова йәш ярымлыҡ ҡыҙы Хәҙисә менән тороп ҡала. Хәҙисә Ҡолҡан ауылында 1940 йылдың 30 апрелендә тыуған. Атайһыҙ, әсәһе тәрбиәһендә эшкә өйрәнеп, сынығып үҫә. Ул – һуғыш ваҡыты балаһы. Һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа ауылдарҙа аслыҡ хөкөм һөргәндә урта мәктәпте лә тамамлай алмай, колхозда төрлө эштәрҙә эшләргә мәжбүр була. Йәше еткәс, ауылдашы Ғирфан Әхмәт улы Сафиуллинға тормошҡа сыға. Килен булып төшкәс тә ире Ғирфан менән ҡәйнәһе Йәмилә апай нигеҙен ҡоротмай, матур итеп йәшәп алып китәләр. Мал үрсетәләр, ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ваҡыт һиҙелмәй үтеп тора, Ғирфан менән Хәҙисә лә атай-әсәй булалар, 3 ул, 2 ҡыҙ балаға ғүмер бирәләр. Ғирфан колхозда механизатор булып эшләй, уны Ҡолҡан бригадаһына бригадир итеп һайлайҙар. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, талапсан бригадир булып 8 йыл эшләй. Хәҙисә был йылдарҙа сөгөлдөрсө булып сөгөлдөр үҫтерә. Улар 3 балалы булғас, атай йортонан башҡа сығып, үҙ донъяларын көтәләр, ҙур, иркен яңы йорт һалалар. Йәй көнө йәшәү, бешеренеү өсөн бәләкәйерәк йорт төҙөйҙәр, ул ихатаға йәм биреп ултыра. Сафиуллиндар бал ҡорттары аҫрайҙар, 30-40-лаған умарталары бар ине. Бынан 9 йыл элек Ғирфан мәрхүм булды. Хәҙисәгә 77 йәш тула. Шуға ҡарамаҫтан, ул донъяларының йәмен, ҡотон һаҡларға тырыша. Ҡайғыларын сабырлыҡ менән, башын түбән эймәй үткәреп ебәрергә үҙендә ихтыяр көсө тапты. Йөҙөнән йәшәү дәрте, нур бөркөлөп торған был мөләйем 5 бала әсәһе ҡатынды 77 йәштә тип әйтерлек түгел. Хәҙисә әле 1 һыйыр, 2 башмаҡ аҫрай, ҡаҙ, тауыҡтар үрсетә. Ундан артыҡ бал ҡорто умарталары бар. Бал ҡортон үҙе ҡарай, күс айырһа, һоҫоп моҙғаға бикләй, инәһен эҙләп таба. Бал ҡорто тәрбиәләүҙең бөтә нескәлектәрен дә белә.
Хәҙисә әбей бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Бәхетле әсәй ул. "Барлыҡ әсәйҙәргә лә ошо бөйөк исемде лайыҡлы күтәреүҙәрен, тәүфиҡлы, мәрхәмәтле балалар тәрбиәләүҙәрен, ғаиләләрҙең имен, илебеҙҙә тыныслыҡ булыуын теләйем, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым”, - ти ул. Теләге ҡабул булһын!
Вилдан ШӘРИПОВ.
Красноусол ауылы.