Һөйөү, татыулыҡта йәшәгәндә...
30 марта 2018 йыл | Хаттар, Уңғандарыбыҙ

Асҡар - Әҡсән ағай менән Рәшиҙә еңгәйҙең 4 ҡыҙы араһында берҙән-бер улдары. Әйткәндәй, һүҙемде Әҡсән ағай менән Рәшиҙә еңгәйҙән башлайым әле. 4 йыл матрос булып хеҙмәт итеп ҡайтҡан Әҡсән ағай ауылдың икенсе осонда йәшәгән Рәшиҙә еңгәйҙе таҫтамалдар тағылған кырандаслы аттарҙа төшөрөп алды. Беҙ күрше генә йәшәгәс, бөгөнгөләй хәтеремдә – икенсе көн таң менән беҙ, күрше бала-саға еңгә бүләге алырға Минһаж бабайҙар ихатаһына йүнәлдек. Кемгә ҡәләм, дәфтәр, бәләкәй көҙгө алып ҡыуанышып ҡайтҡан саҡтарҙы нисек онотаһың инде?! Әҡсән ағай ауылда оҫта гармунсы булып танылды, ә Рәшиҙә еңгәй күбәләктәй осоп бейей ине. Әҡсән Минһаж улы "Егән" колхозында алдынғы шофер булып эшләне, тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды: ҡаты сир уны иртә алып китте. Рәшиҙә еңгәй колхозда сөгөлдөр үҫтерҙе, заманында 2-3 гектар сөгөлдөр эшкәртеүен әле лә йыш иҫкә ала 85 йәшен тултырған ил инәһе.
Асҡар бәләкәйҙән атаһының гармун уйнауына һоҡланып үҫә, үҙе лә гармунда уйнарға өйрәнә. Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына уҡырға керә. Баянсылар әҙерләгән бүлекте тамамлап, армия хеҙмәтендә булып ҡайтҡас, ауыл мәҙәниәт йортонда эш башлай. Күркәм холоҡло, эшсән, йор һүҙле егетте ауылда ихтирам итеп, кәңәшләшеп торалар.
Күп тә үтмәй, ҡунаҡҡа килгән теремек, һөйкөмлө Рәхилә исемле ҡыҙ менән таныша ул. Бер аҙҙан гөрләтеп туйҙар үткәреп өйләнешәләр. Йәш йөрәктәргә пар күгәрсен, пар аҡҡоштар кеүек пар булығыҙ тип теләгән теләктәргә 35 йыл ғүмер үтеп тә киткән.
Яҙмыш еле уларҙы башта Тажикстанға алып китә. Рәхиләнең ата-әсәһе сығышы менән Үтәктән булһа ла, Тажикстанда ғүмер иткәндәр. Рәхилә шунда тыуып үҫкән, педагогия училищеһын тамамлап, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, ә Асҡар музыка белгесе булып урынлаша. Шулай итеп, 8 йыл ғүмер ситтә үтеп китә.
Тыуған яҡ, ауыл, туған-тыумаса Асҡарҙы һәр саҡ үҙенә тарта – улар бөтөнләйгә ауылға ҡайтып төпләнәләр. Асҡар мәҙәниәт йортонда эш башлай, ә Рәхилә урта мәктәпкә хеҙмәт дәресен уҡытырға керә.
Асҡар Әҡсән улы ең һыҙғанып эшкә тотона, ауылда йыр ансамблдәре
ойоштора, уның "Ләйсән” ансамбленә лә 25 йыл булып киткән. Районда үткән смотр-конкурстарҙа, төрлө сараларҙа, һабантуйҙарҙа әүҙем ҡатнаша улар. Ул баштан-аяҡ мәҙәниәт донъяһына сумып эшләй.  Тынғыһыҙ Асҡарҙың ҡулынан килмәгән эш юҡ – ауылда телевизор, радио, электр ҡорамалдары ватылһа ла уға йүгереп бара ауылдаштары, бер кемде лә кире ҡағып сығармай, ярҙам итергә әҙер тора, "һә” тигәнсе йүнәтеп тә бирә.
Рәхилә килен ауылда тиҙ арала үҙ кешегә әйләнә. Ниндәй эшкә тотонһа ла ҡулынан килә – күп йылдар инде оло йәштәге инәйҙәрҙе ҡарай. Мәҙәниәт йортонда "Оҫта ҡулдар” түңәрәге асҡанына ла байтаҡ йылдар булып киткән. Ҡул эштәре оҫтаһы Рәхиләгә оло апайҙар ҙа, балалар ҙа теләп  йөрөй. Сағыу төҫтәге сәскәләр менән картиналар эшләһенме, бәйләм бәйләп, сигеү сикһенме – бөтәһен дә күңел биреп, йөрәк йылыһын ҡушып башҡара. Аш-һыуға ла ифрат оҫта. "Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната” тигән әйтем тап уның тураһында кеүек. Рәхиләнең тәмле бәлештәре һатыуҙыҡынан бер ҙә кәм түгел.
Минһаж бабай йорто урынында төҙөгән ҡупшы йорттарына күптәр һоҡланып та, бер аҙ көнләшеп тә ҡарап үтә. Йәйен уларҙың ихатаһында ниндәй генә сәскә үҫмәй! Мал-тыуар, ҡош-ҡортто ла күпләп аҫрай улар. Балалары – Илнур менән Айгөл  дә тәртипле, эшсән, егәрле булып үҫте. Улар ғаиләләре менән Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр. Аҙна һайын ҡайтып ярҙамлашып, хәл белешеп китәләр. Ғаилә башлығына тиҙҙән 60 йәш, Рәхилә Рәшит ҡыҙына ошо көндәрҙә 55 йәш тула. Һәр миҙгелдән йәм табып йәшәй улар. Ә бигерәк тә ағастар бөрөләнгән, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡан, үләндәр моронлаған, умырзая ҡалҡҡан саҡты яратабыҙ, тиҙәр. Яҙ миҙгеле кеүек саф һөйөүҙәрен һаҡлап ҡалған был татыу ғаиләгә ҡыйынлыҡтар алдында сыҙамлы булып, ҡаршылыҡтарға баш эймәй,үҫтергән ағастарының емештәрен татып, балалары менән бергә шатлыҡтарҙан йәм табып, бәхеттең асылын аңлап, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА.