“Ғүмер биргәс Хоҙай, йәшәйем!”,
13 апреля 2018 йыл | Хаттар

Ә.Ибәтуллина тыумышы менән Бүздәк районынан. Туймазы районы Ҡандракүл ауылынан Тәлғәт Сәйетмөхәмәт улы менән тормош ҡороп донъя көтә башлағас, яҙмыш елдәре Родина ауылына илтеп ташлай. Йәштәр Әнисәнең бында йәшәгән бер туған апаһы Сания Мөхәмәтйәнова янына күсеп килеп, төпләнә. Бында ғүмер итеүенә лә 60 йыл ғүмер үтеп киткән. Бер-бер артлы баһадирҙай улдары Таһир, Салауат, Ришат, Рәмил, Радик, бер бөртөк ҡыҙҙары Әлфиә донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әнисә әбейҙең бөгөнгө шатлыҡлы минуттарын ире һәм улы Радик ҡына күрә лә, һөйөнөсө менән уртаҡлаша ла алмауы үкенесле.
Тиҫтерҙәре ни күрһә, уға ла барыһын да кисерергә тура килә. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә эштә бил бөгөргә тура килмәй. Йәш ҡыҙ заманында фермала сусҡа ҡараусы ла була. Алдынғылыҡты бирмәй, гел генә тәүгеләр рәтендә булған ҡыҙға Мәскәүҙә ВДНХ-ла күргәҙмәлә ҡатнашырға ла насип була, тап ошонда уңыштары өсөн миҙал менән дә бүләкләйҙәр үҙен. Тауыҡ фермаһында ла, ғөмүмән, ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләгән.
Тормош иптәше менән йәшлектәрендә балаларына тәрбиәнең матур орлоҡтарын сәскәнгә лә, Әнисә Ибәтулла ҡыҙы ҡартлығында татлы емештәрен йыя. Балалары, килен-кейәүҙәре уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә, ауыр һүҙ әйтеп күңелен китмәйҙәр, тик шатландырып ҡына торалар. Ғөмүмән, оло кешегә шунан башҡа бер ни ҙә кәрәк түгел. Әлеге мәлдә бәхетле әсә улы Салауат менән килене Гүзәл тәрбиәһендә, иркен, нурлы йорттарына йәм өҫтәп, барыһына ла ҡәнәғәт булып йәшәй, аң-зиһене теүәл.  Бәхете, шатлығы йөҙөндә сағылған  Әнисә әбей 15 ейән-ейәнсәрҙең, 18 бүлә-бүләсәрҙең яратҡан өләсәһе лә.
Быуатҡа яҡын тормош юлы үткән, күп тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты Әнисә Ибәтулла ҡыҙына теләк бер: юбилейығыҙ – 90-сы ғүмер яҙығыҙ мөбәрәк, иҫән-һау булығыҙ, шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ!
Индира ИШКИНА.