Ирҙең даны - иленән,
13 апреля 2018 йыл | Хаттар

Көнүҙәк мәсьәлә булып бөгөнгө көндә ауылдың йәшәйеше, эшмәкәрлеге торҙо. Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Р.Р.Әбелғужиндың, мәктәп директоры  Р.Ғ.Абдрахмановтың, имам-хатиб С.Ф.Юлыҡовтың, урындағы йәмәғәт ойошмаһы ТОС етәксеһе Р.Ш.Юлыҡовтың уй-фекерҙәре ауылды үҫтереү, ауылдағы кире күренештәрҙән арыныу, үҫеп килеүсе йәш быуынға дөрөҫ әхлаҡи тәрбиә биреү тураһында барҙы.
Бөгөнгө көндә Юлыҡ ауы-лы халҡы күпләп мал аҫрау менән мәшғүл. Шул йәһәттән сығып биләмә башлығы ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеп һатыу маҡсатында кооператив ойоштороуҙың ыңғай яҡтарын баһалап, халыҡты берҙәм ҡушылырға саҡырып, ауыл биләмәһендә инициатив төркөмдәр  төҙөлөүе хаҡында белдерҙе.
Ауылдың киләсәге беҙҙең ҡулда, йәш быуынға һүҙ менән түгел, ә үҙебеҙҙең шәхси өлгөбөҙ һәм ошондай эшлекле йыйындар йыйып, кәңәшләшеп эшләү юлы менән генә йоғонто яһай алырбыҙ, уларҙы ауылдың ысын патриоттары итеп үҫтереп булыр, тип Р.Ғ.Абдрахманов үҙ тәҡдимен еткерҙе һәм ир-егеттәрҙе йома намаҙҙарына йөрөргә саҡырҙы.
Имам-хатиб үҙенең фәһемле вәғәздәре менән йома намаҙы ир-аттар өсөн генә мәжбүри икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларҙың күңеленә яҡшы ойотҡо һалды. Үҙен мосолман тип һанаған кеше, намаҙға саҡырып яңғыраған ауаздарҙы ишетеп тә, намаҙға барырға мөмкинселеге булып та бармай ҡалһа тип әйтеп, ауылдаштарын бер аҙ уйланырға мәжбүр итте.  Һөйләшеү барышында һәр ир-уҙаман үҙҙәренең уй-фекерҙәрен еткерҙе һәм һәр йома намаҙында ир-егеттәрҙең күберәк булыуы кәрәк тигән фекергә киленде.
Ветерандар советы рәйесе М.Я.Шаһиева йыйынды баһалап, үҙенең дә ил тотҡаһы ирҙәрҙе бөгөнгө һөйләшеүҙә ҡаралған мәсьәләләргә етди ҡарарға һәм ысынбарлыҡта тормошҡа ашырырға саҡырҙы.
Намаҙ ваҡыты еткәс, барлыҡ ир-ат имам-хатибҡа эйәреп намаҙға баҫты.
Эйе, боҙ ҡуҙғала башланы буғай… Иншалла, шулай булһын!
Ауылыбыҙ эшҡыуарҙары Илһам Шаһиев, Азат Хужаев, Миңниә Дауытова, ауылдаштар, ағинәйҙәр ярҙамы менән байрам табыны ла әҙерләнгәйне.
Эйе, үткәндәрҙән, ата-бабаларыбыҙҙың яҙмышынан күренеүенсә, көслө зат борон-борондан тормош тотҡаһы, йәмғиәттең терәк-таянысы, ғаиләнең ныҡлы арҡаһы булған, уға һәр ваҡыт ҙур ышаныс бағланған. Көслө зат диндә төп урынды биләй. Уның иңенә Ватаны, халҡы, милләтенә бәйле бик күп бурыстар йөкмәтелгән.  «Ил - ирҙәр менән көслө», «Ирҙең даны - иленән, халҡы менән еренән»  шул!
Рима Рафиҡова.
Юлыҡ ауылы.