Фәһемле осрашыу
13 апреля 2018 йыл | Хаттар

Осрашыу Раил Байбулатовтың "Оятыңдан үлмәй тор” повесының сюжеты менән танышыуҙан башланып китте. Сараны ойоштороусы һәм алып барыусы Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Иҙрисова ҡыҙҙарға һәм инәйҙәргә әҫәрҙең йөкмәткеһенән сығып проблемалы һорау ҡуйыу менән башлап ебәрҙе. Һорауға төрлө яуаптар яңғыраны, фекер алышыуҙар башланды.
Ағинәйҙәр мөнәжәт әйтте. Уҡытыусы-ветеран Фәниә Әкрәм ҡыҙы Фәйзуллина әҙәплелек, тәрбиәлелек тураһында һөйләһә, Зөбәйҙә апай Һөйөндөкова үҙенең 8-се класты тамамлап ҡалаға киткәс, ундағы насар күренештәрҙе оҡшатмай, ауылға кире ҡайтыуын күҙҙәренә йәш алып хәтерләне. Разифа апай Ишембәтова бала саҡ йылдарын иҫләп алды. Сарала ҡатнашыусы Хөснә Заһиҙуллина, Хәлимә Юлбарисова, Рисәлә Мәүлетҡолова инәйҙәр ҙә үҙҙәренең мәктәп, хеҙмәт йылдары тураһында һөйләне. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Сығыштарында халҡыбыҙҙың мәҡәл-әйтемдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә телгә алдылар.
Ғәлиә Ғәли ҡыҙы беҙҙе насар ғәҙәттәрҙән арынырға өндәне. Ҡыҙҙарға ниндәй сифаттар хас булырға тейешлеген Ҡөрьәндән аяттар килтереп һөйләне. Ағинәйҙәр беҙгә тәртипле, тыйнаҡ, эшсән булырға, насарҙан яҡшыны айыра белергә, дуҫтарыңа, олоһона-кесеһенә һәйбәт мөнәсәбәттә булырға фатиха бирҙеләр. Был бигерәк тә Интернетһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтермәгән хәҙерге заманда бик урынлы яңғыраны. Беҙ унан айырылып күберәк китап уҡыһаҡ, ҡул эштәре, аш-һыу серҙәрен өйрәнһәк, үҙебеҙ өсөн һәйбәт булыр ине. Сөнки ҡыҙҙар - буласаҡ әсәйҙәр. Был турала һис тә оноторға ярамай. Кисәнең маҡсаты ла шунда ине.
Осрашыу һуңында ағинәйҙәр беҙҙе үҙҙәре әҙерләп килтергән татлы ризыҡтар, сәй менән һыйланы. Форсаттан файҙаланып, уларға ҡыҙҙар исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Бындай йылы осрашыуҙар һуңғыһы булмаһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Диләфрүз ЛАТИПОВА,
Сәйетбаба урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.