Ил төкөрһә - күл була
10 августа 2013 йыл | Хаттар

Сәйетбаба ауылында ике зыярат бар. Быйыл яҙҙан уҡ уларҙы яңыртып кәртәләп алыу буйынса эш башланды. Ауыл халҡы ла ситтә ҡалманы, кәрәкле материал алырға һәр өйҙән аҡса йыйылды.
Әммә, йыйылған аҡса профнастил, тимер торбалар алыу өсөн етеңкерәмәй. Шуға ла ауыл активистары ситтә йәшәүсе ауылдаштар ҙа ошо эшкә ҡушылып, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итһен ине тип мөрәжәғәт итә. Һәр кемдең дә тыуған ауылы зыяратында яҡындары, ата-бабалары ерләнгән, уларҙың рухы шат булыр, үҙҙәренә сауап алырҙар ине.
Бөтә был эштәр менән ветерандар советы рәйесе Юнир Кашбулла улы Ишбирҙин (уның телефоны: 8-927-956-48-91) һәм ветерандар советы секретары Миңзилә Әбүбәкир ҡыҙы Рәхимова (тел.: 8-927-964-34-90) шөғөлләнә.
Р.ХӘТМУЛЛИНА.