Таланттарҙы ваҡытында баһалайыҡ
10 августа 2013 йыл | Хаттар

Танылған сатирик Венер Исхаҡовтың әҫәрҙәре менән күптән ҡыҙыҡһынам. Уның көнүҙәк проблемаға арналған хикәйәләре берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Бынан бер нисә йыл элек донъя күргән "Таяҡ” китабы ғына ни тора. Кешеләрҙең насар ҡылыҡтарынан рәхәтләнеп көлә ул. Көлөү тигәс тә, автор берәүҙең дә йөҙөнән алмай, күңелен йыртмай, ә оҫта күрһәтә белә. Ғөмүмән, хәҙерге осорҙа сатира өлкәһендә иң уңышлы ижад итеүсе булып тора Венер Исхаҡов.
Яңыраҡ ҡына ул уҡыусыларҙы йәнә  ҡыуандырҙы. З.Биишева исемендәге "Китап” нәшриәтендә уның "Шоколад ниңә асыуланды?” тигән балалар өсөн китабы донъя күрҙе. Авторҙың бик матур ижади үҙенсәлеге бар – ул һутлы тел менән яҙа. Шуға ла әҫәрҙәре еңел уҡыла, күңелгә үтеп инә. Был китаптың балалар өсөн генә түгел, ололарға ла файҙалы булырҙай мәғлүмәттәре бар. Ошо һыҙат та китаптың мәртәбәһен бермә-бер арттыра. Миҫал өсөн "Үҫемлектәр ҙә ишетә” хикәйәһенең өҙөгөн генә килтерәйек: "Эй, атай, шаяртырға тиһәң, һиңә ҡуш инде. Үләндәрҙең ҡолағы барҙыр шул.
- Тамсы ла шаяртмайым, - тине атаһы. - Әлегә күп нәмәне белмәйһең әле. Үҫемлектәр, ҡолаҡтары булмаһа ла, кешенән яҡшыраҡ ишетә. Улар хатта  беҙ һиҙмәгән иң нескә тауышты ла тоя.
- Ысынмы? – Сәлимдең йөҙө үҙгәреп китте. Был турала беренсе тапҡыр ишетеүе бит.
– Бушты һөйләмәм инде. Хатта ҡайһы бер үләндәрҙең үҙҙәре генә яратҡан тауыштары бар. Күберәк түбән, йомшаҡ тауыштар оҡшай уларға. Мәҫәлән, йылға сылтырауы, күк гөрһөлдәүе, иңкеш безелдәүе, диңгеҙ тулҡындары геүләүе. Баҡсасылар раҫлауынса, яғымлы көй-моңдар яңғырап торһа, банандың емештәре ҙурыраҡ була. Иген бас музыкаһына ғәҙәттәгенән дүрт тапҡырға яҡшыраҡ үҫә”.
Ана шулай үтә лә файҙалы һәм фәһемле китап яҙған Венер Исхаҡов.
Бер уңайҙан Венер Айҙар улының журналистика өлкәһендәге эшмәкәрлеген дә баһалап үтергә кәрәк. Ул "Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире булараҡ шаҡтай эштәр башҡара. Үҙем ошо абруйлы гәзитте алдырғас, уның мәҡәләләрен көтөп алам. Көнүҙәк проблемаларҙы күтәреп сыҡҡан материалдар берсә уйландыра, берсә тәндәрҙе семетеп ебәрә. Автор үҙенең яҡташтары -
 Ғафури районының уңған халҡы хаҡында ла матур һүрәтләмәләр йыш яҙа. Бында иһә мин авторҙың тыуған еренә һөйөүен, тоғролоғон күрәм.
Венер Исхаҡов Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуған. Ошо уҡ ауылдан күренекле ғалим Жәлил Кейекбаев та сыҡҡан. Әйткәндәй, атаҡлы ғалим да балалар өсөн әҫәрҙәр яҙған. Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтмәксемен, танылған сатирик һәм журналист Венер Исхаҡовтың ижады айырыуса баһаға лайыҡ. Минеңсә, Венер Айҙар улын Жәлил Кейекбаев исемендәге премия менән бүләкләргә кәрәк. Ул арҙаҡлы ауылдашының ижади традицияларын дауам итә. Талантлы шәхестәрҙе ваҡытында баһалайыҡ, тимәксемен. Венер Исхаҡов тәрән мәғәнәле яңы китаптары менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырасаҡ.
Нурия ИБРАҺИМОВА.
Дәүләкән районы,
Иҫке-Шәрип ауылы.