Эшебеҙҙе ихлас башҡарҙыҡ
31 августа 2013 йыл | Хаттар

Билдәле булыуынса, август аҙағында Кино көнө билдәләнә. Бөгөн районда кинотеатр, һәр клубта кинобудкалар юҡ, әлбиттә. Халыҡ та әүәлге ише киноға эркелеп йөрөмәй. Һәр кем теләгән фильмын телевизор, компьютер аша ғына ҡарай. Шулай ҙа, Кино көнө етеү менән үткәндәр иҫкә төшә. Минең хәтирәләр башҡа гәзит уҡыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындырыр, моғайын.
Илебеҙҙә кино сәнғәте Бөйөк Ватан һуғышынан һуң айырыуса киң үҫеш алды. Ул ваҡытта әле ауылдарҙа электр уты янмай ине. Киномеханиктар ауылдан ауылға йөрөп кино күрһәткәндә, аппаратуралар менән бергә ток биреүсе махсус двигателде лә үҙҙәре менән ала ине. Ярай әле ҡайһы саҡ колхоз етәкселеге ат менән ярҙам итте, йә егергә үгеҙ бирә торғайны. Шулай ҙа күп ваҡыт киномеханикка сана һөйрәп йәйәүләп йөрөргә тура килгән. Сөнки кино селтәренең үҙенең транспорты булманы.
Мин үҙем әрме хеҙмәтенән һуң уҡып, эш башланым. Ул ваҡытта инде ауылға электр үткәйне. Ра-йон мәҙәниәт бүлеге етәксеһе булып Ғәлинур Ишмөхәмәтов, ә кино селтәре директоры булып һуғыш ветераны Павел Матвеевич Мингалев эшләй ине. Уларҙың тырышлығы менән районыбыҙ кино селтәре халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү буйынса уңышлы эшләп, республикала алдынғы 10 район исемлегендә торҙо. 1965-1985 йылдар район кино сәнғәте бик үҫешкән осор булды. Мин тап ошо йылдарҙа киномеханик булып эшләүем менән ғорурлана алам. Дәртләнеп, күңел биреп эшләнек, хеҙмәтебеҙҙе яратып башҡарҙыҡ. Бирелгән йыллыҡ планды ла арттырып үтәүгә өлгәшә инек. Маҡтау грамоталары алдыҡ, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләндек. Шул осорҙа бергә эшләгән коллегаларым Табын ауылынан Яппар Салауатов, Аҡкүлдән Андрей Морозов, Үтәктән Әсҡәт Ғәҙелшин, Ҡауарҙынан Сабит Исхаҡов, Родинанан Виктор Корнев, Туғайҙан Абдулла Бәшәров, Ташлынан Андрей Скрипачев, Татар Саскүленән Ра-уил Чурбаев (әйткәндәй, ул тырыш хеҙмәте өсөн БР-ҙың атҡаҙанған киномеханигы исеменә лайыҡ булды), Мәндемдән Фәрит Әмирханов, Еректән Рәмил Әсфәндиәров һәм башҡаларҙы бөгөн оло хөрмәт менән иҫкә алам. Үҙем 43 йыл эш стажы менән хаҡлы ялға сыҡтым. Шуның 40 йылында киномеханик булып халыҡҡа кино күрһәттем. Колхоз эшендә лә ҡатнаштым. Бергә эшләгән ошо коллегаларымдың барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон һәм матур ғүмер теләйем.
Рифҡәт САФИН,
хеҙмәт ветераны.
Бурлы ауылы.