Бер күрешеү үҙе бер ғүмер
02 октября 2013 йыл | Хаттар

Быйыл йәй Яңғыҙҡайын урта мәктәбен 1968 йылда тамамлаған класташтарым менән осрашырға насип булды. Кеше ғүмеренең һәр осоро үҙенсә матур икән. Бына һабаҡташтарымдың да сәстәре бер аҙ ғына ағарған, маңлайҙар ҙа саҡ ҡына һырланған, аҙымдарҙа олпат һалмаҡлыҡ бар – былар барыһы ла уҙған йылдар һалып үткән билдәләр. Әммә күңелдәр һаман йәш әле, көлә-шаяра бергә үткән мәктәп йылдарын, ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә алдыҡ.
Беҙ уҡыған иҫке мәктәп урынында хеҙмәт дәрестәрендә бергәләп ултыртҡан ҡайын ағастары ғына ҡалған инде. Ул саҡта Әҙһәм ағай Сәғитов  директор ине. Хеҙмәт нигеҙҙәре уҡытыусыһы Нурия апай Ҡасимова етәкселегендә ултыртылған ниндәй генә ағастар, емеш-еләк, йәшелсәләр үҫмәй ине. Йәйге каникулда ла килеп, ҡәҙерләп һыуҙар һибә торғайныҡ.
Беренсе уҡытыусыбыҙ Мәүә апай Сафина булды. Йәшәүгә дәрт биреп, наҙлап ҡына ҡарай ине уның күҙҙәре. Сирләпме, берәй нисә дәресебеҙҙе ҡалдырһаҡ, ул өйгә килеп, баланың нилектән мәктәпкә килмәгәнен асыҡлап, ата-әсәләр менән һөйләшеп китер ине. Ҡайҙан көс, ваҡыт тапҡандыр, белмәйем.
Яңғыҙҡайын урта мәктәбенә уҡырға төшкәндә беҙ башта бер класта 30-ҙан артыҡ бала инек, һуңынан икегә, торараҡ өс класҡа бүлделәр. 10-сы класты тамамлағас, төрлөбөҙ төрлө яҡтарға үҙ юлыбыҙ менән таралдыҡ.
Кешене ейәр ризығы, эсәр һыуы йөрөтә, тиҙәр. Бөйөк шағир Мостай Кәрим беҙҙең алда сығыш яһағанда: "Кеше бәхетле булһын өсөн һөнәрҙе һәм тормош иптәшен дөрөҫ һайлау кәрәк”, – тигәйне. Минеңсә, бик аҡыллы һүҙҙәр. Тауға ҡарап тау булып булмаһа ла, ҡайҙа тыуғанһың – шунда кәрәгең бар. Беҙ, бер нисә класташ: Ғәли Вәлишин, Нәзирә Әхмәтйәнова һәм мин мәктәптән һуң ауылда ҡалдыҡ. Ғәли ғүмере буйына баҫыуҙа эшләне, иген, сөгөлдөр үҫтерҙе, әле лә эшләп йөрөй. Йәмәғәте Фәүзиә менән матур итеп йорт һалып, балалар үҫтереп, етеш тормошта йәшәйҙәр.
Нәзирә тиҙҙән ата-әсәһе менән Өфөгә күсеп киттеләр. Мин иһә бер аҙ эшләгәс, колхоз рәйесе Сәлих ағай Шафиҡов кәңәше менән ауыл хужалығы техникумын, һуңыраҡ институтын бөтөрҙөм. Ауыл балаһына ҡала тормошо тәүҙәрәк ҡыйын булып тора. Мин дә Өфөгә барғас класташым Нәзирәне, уның ата-әсәһе Зәйнетдин бабай (Советтар Союзы Геройы З.Әхмәтйәнов) менән Миңлебикә әбейҙе эҙләп табып, бер нисә йыл уларҙа тороп уҡыным.  Уларға ҙур рәхмәт инде, үҙ балалары кеүек ҡарап, дәрестән ҡайтыуымды сәйҙәр ҡуйып ҡаршы алалар ине. Мин дәрес әҙерләгәндә Миңлебикә әбей өҫтәлдең икенсе башында ауыл хәлдәрен һораша-һораша ултырыр ине. Ғүмере буйы
ауылда йәшәгән кешеләр ҡарт көндәрендә ҡалаға күскәс, тыуған төйәк-тәрен, Егән буйҙарын бик һағынған-дарҙыр инде. Хәҙер улар икеһе лә мәрхүм, ятҡан ерҙәре йомшаҡ булһын. Нәзирәгә лә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.
Ауыл хужалығы институтын тамамлағас, миңә ауылыбыҙҙағы беренсе комплекслы бригада бригадиры, Ленин исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһы секретары, партком секретары, һуңынан инде колхоз рәйесе булып эшләргә насип булды. Колхоз рәйесе булып эшләгәндә ауылға газ үткәреү буйынса бик күп йүгерергә тура килде. Аҡса бар, планға инеү, газ торбалары табыу бик ауыр булды.
Мал ҡуралары төҙөүҙәр һуң? Шул осорҙа сусҡа, һарыҡ, һыйыр аҙбарҙары һалынды. (Хәҙер улар урынында алабута үҫеп ултыра. Заманы шундай хәҙер).
Колхоз рәйесе булғанымда Яңғыҙҡайын мәктәбе директоры Тамара Әхмәт ҡыҙы Әмирова, ауыл Советы рәйесе Светлана Мансур ҡыҙы Рәхимова, уҡытыусы һәм агитатор Асия Сабир ҡыҙы Исламғолова ныҡ ярҙам иттеләр, ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-беребеҙгә таянып эшләнек, уларға ла ҙур рәхмәт.
Хәҙер бына яйлап башҡа клас-таштар ҙа ауылға ҡайта башланы.
Фәрит Хәсәнов тормош иптәше Гүзәл менән матур итеп, бар уңайлыҡтары булған, тирә-яҡҡа нур сәсеп торған иркен йорт һалып, Фәриттең әсәһе Сажиҙә апайҙы ҡарап йәшәйҙәр. (Класташтарҙы йыйып алыуға ла Фәрит ҙур тырышлыҡ һалды). Әсғәт Хәбибуллин да ҡатыны Вәғиҙә менән Егән буйынан ғына йорт һатып алып, ауылға йәшәргә ҡайттылар.
Рафаэль Салауат ҡалаһында йәшәй. Рәүеф Антоновка ауылында төпләнде. Рәшиҙә Ура-заева менән Лилиә Рәхимова Стәрлетамаҡта эшләп йөрөйҙәр. Мусина (Мәҡсүтова) Зәйтүнәбеҙ генә беҙҙе иртә ташлап китте. Ул ғүмере буйы Красноусол элемтә үҙәгендә эшләне. Район үҙәгенә эшкә күскәс, уның менән көн дә иртән күрешеп, хәл-әхүәл белешеп торҙоҡ. Зәйтүнәне эшендә хөрмәт иттеләр, бик белемле инженер ине ул. Миндә уның менән төшкән бер фотоһүрәт һаҡлана. Хәҙер инде уға мәңгелек йоҡоһоноң тыныс булы-уын теләргә генә ҡала.
Офоҡтарға күпме ҡараһам да,
Маңлайыма ҡуйып устарҙы,
Күрә алмам инде мәңгелеккә
Берәм-берәм киткән дуҫтарҙы…
Бер киткәндәр, беләм, кире ҡатмаҫ,
Ҡалған дуҫтарымдан айырма!
Барыһын да барлап сыға алмағанға ҡалған класташтарым мине ғәфү итһен. Һүҙемде тамамлап шулай тип әйтке килә:
Зарланмайыҡ, илебеҙ ҡайҙа ҡушһа,
Көс ҡыҙғанмай шунда эшләнек.
Кәрәк саҡта арыҫландай булдыҡ,
Йәшен кеүек балҡып йәшәнек!
Был кисәлә киләсәктә йыл да осрашып торорға һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ. Эйе, күрешеүҙәр тағы булһын әле, класташтар!
Рәшиҙә ИСЛАМҒОЛОВА.
Красноусол ауылы.