Ҡартлығы бәхетле
28 сентября 2013 йыл | Хаттар

Ҡартлығы бәхетлеСәйетбаба ауылында йәшәүсе Файза Зәйнуллина (һүрәттә) хаҡында һүҙем. Ул ошо көндәрҙә 85 йәшлек оло юбилейын билдәләйәсәк.
Файза апай Сәйетбаба ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Йәше еткәс, тыуған ауылы мәктәбенә уҡырға төшә. 9-сы класты тамамлаған ҡыҙға уҡыуын артабан дауам итергә насип булмай, сөнки бик ауыр йылдар була. Ҡыҙ күп уйлап тормай, колхозда эшләй башлай. 7-8 йыллап ҡошсолоҡ фермаһында, артабан тиҫтә йыл тирәһе һауынсы булып хеҙмәт юлы үтә. Колхоздың хеҙмәт алдынғыһы булған Файза апайҙың фотоһүрәте һәр ваҡыт Почет таҡтаһында торҙо. Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Ул "Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, бер нисә саҡырылыш ауыл һәм район Советтарына депутат итеп һайлана.
Файза апай 45 йәшендә Аҡташ ауылына, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, запастағы офицер, алдынғы кооперация хеҙмәткәре, 7 бала менән яңғыҙ ҡалған Сабит Дауыт улы Зәйнуллинға тормошҡа сыға. Оло йөрәкле, киң күңелле Файза апай был балаларға етемлекте тойҙормай, йөрәк йылыһын барыһына ла тигеҙ өләшеп, үҙ әсәләреләй ҡарап үҫтерә. Хәҙер уларҙың һәр ҡайһыһы башлы-күҙле, үҙ аллы донъя көтәләр. Үҙҙәрен тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙәрен онотмайҙар.
Файза менән Сабит Зәйнуллиндар заманында гөрләп торған, бөтөн кәрәкле тауарҙарға бик бай Аҡташ ауылы магазинында тиҫтә йылдан ашыу эшләнеләр. Улар ауылдаштарын ғына түгел, хатта күрше Ҡауарҙы, Һабай, Юлыҡ, Юрмаш, Иҫке Тайыш ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерҙеләр. Бер төптән булып, халыҡтың кәрәкле тауарҙарға ихтыяжын ҡәнәғәтләндереп, намыҫлы эшләгән Зәйнуллиндар Еҙем-Ҡаран сельпоһында иң алдынғы, маҡтаулылар иҫәбендә була. Был хаҡта "Социалистик хеҙмәт ударнигы”, "Сауҙа кооперацияһы отличнигы” тигән маҡтаулы билдәләре, бихисап Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр һөйләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сабит ағай 2002 йылда йөрәк сиренән донъя ҡуйҙы. Файза апай бөгөнгө көндә тыуған ауылы Сәйетбабала ҡыҙы Райза Ғәлиәхмәтова ғаиләһендә бәхетле ғүмер кисерә.
85 йәшлек ғүмер байрамын билдәләйәсәк Файза апайға оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйем. Аллаһы Тәғәлә уға һаулыҡ, йән тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ бирһен.
Зәйтүнә ШӘМСИТОВА,
медицина хеҙмәте ветераны.
Сәйетбаба ауылы.