Йорттоң йәне - әсәләрҙә, йорттоң даны – атайҙарҙа
30 ноября 2013 йыл | Хаттар

Һәр ғаилә  - айырым бер дәүләт, тиҙәр. Был төшөнсә менән килешәм, сөнки бөтә ғаиләнең дә үҙ йолаһы, ғөрөф-ғәҙәттәре бар.
Һәр дәүләттең башлығы булған кеүек, беҙҙең ғаиләнең дә тотҡаһы бар, ул – барыбыҙға ла үрнәк атайым. Шуға ла үҙен хөрмәт итәбеҙ. Һәр саҡ ғәҙел һүҙе менән дөрөҫлөккә өйрәтә ул.
Әсәйем – беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат. Уның күҙҙәре шундай шат һәм мөләйем… Ҡулдары иң-иң йылыһы, иң-иң йомшағы. Әсәйебеҙҙең эштән ҡайтҡанын һағынып көтөп алабыҙ. Уның бешергән аштары телде йоторлоҡ. Донъяла әсә һөйөүенән дә көслө һәм ҡиммәт нимә юҡ, тип уйлайым. Әсәйемдең бөтмәҫ-төкәнмәҫ изгелеге һәм күңел йомартлығы беҙҙе ғүмер буйы ҡурсалай һәм ҡурсалаясаҡ.
Һеңлем Зарина 1-се класта, мин 6-сы класта белем алам. Балалар булһаҡ та, атай-әсәйебеҙ һәр ваҡыт беҙгә оло кеше итеп ҡарай. Һәйбәт уҡып, яҡшы кеше булып үҫеүебеҙ – атай-әсәй алдында төп бурысыбыҙ.
Атайыма, әсәйемә сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ғаиләбеҙҙең һәр ваҡыт тулы бәхетле булыуын теләйем.

Айнур РӘХИМОВ,
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 6-сы класс уҡыусыһы.