Еребеҙгә рәхимле булайыҡ!
13 октября 2017 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Минең тыуған төйәгем - гүзәл Башҡортостан. Мин Башҡортостандың иң матур төбәгендә, Еҙем йылғаһы бу-йында урынлашҡан Ғафури районында тыуғанмын. Өсөнсө мәктәптең етенсе класында уҡыйым.

Өләсәйем – терәгем
29 сентября 2017 йыл | Хаттар

 Өләсәйем – терәгем
Донъялағы иң ҡәҙерле кеше лә, яҡын дуҫ та, иң яҡшы кәңәшсе лә ул өләсәй. Ул беҙҙе ошо йәмле донъяны яратырға өйрәтә, яҡшы уҡырға, тәртипле булырға өндәй, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итә. Өләсәй өйөбөҙгә нур сәсә, йылылыҡ, матурлыҡ өҫтәй.

Районыбыҙ артистары күңелле ял бүләк итте
29 сентября 2017 йыл | Хаттар

Күптән түгел Табын ауылында район мәҙәниәт һарайы артистары концерт менән сығыш яһаны.
Концерт программаһы бик бай йөкмәткеле булды, төрлө жанрҙағы йырҙар башҡарылды.  Ә ҡурай моңдары концертҡа матур биҙәк өҫтәп, байытып ебәрҙе, уйын-көлкө һәм юмор ҙа бик урынлы булды. Халыҡ сығыштарҙы ҡарап рәхәтләнеп ял итте. Тамашасылар артистарҙың һәр ҡайһыһын алҡыштар менән оҙатып, сәскә гөлләмәләренә күмде.
Беҙгә күңелле ял минуттары бүләк иткән Рәмил Ғимрани, Эльвира Насирова, Рәзилә Хәбибуллина, Рәмил Ҡотдосов, Хызыр Нәзиров, Наил Вәлиев, Фәнзил Ғәлин  һәм башҡаларға ауылдаштар исеменән рәхмәт әйтәбеҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ һәм тағы ла үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ.
Флүрә КИЛМӨХӘМӘТОВА.

Балҡыһын күңел ҡояшығыҙ
29 сентября 2017 йыл | Хаттар

Йәшәлгән йылдарҙы артта ҡалдырып, ғүмер йомғағы һүтелә барған һайын тормошто ла икенсерәк аңлай, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйлана башлайһың икән. Ысынлап та, ғүмерҙе матур итеп, тормоштан йәм табып йәшәүгә ни етә?
Һәр миҙгелдеке кеүек, көҙҙөң дә үҙ матурлығы. Тирә-яҡҡа өйөрөлөп төрлө төҫтәге япраҡтар ҡойола. Туп-туп булып йылы яҡҡа юлланыусы ҡоштар тауышы, уттай ҡыҙыл миләш-баландар – мәңгелек бер әйләнештең сағылышы. Таныш моңдар, сағыу төҫтәр беҙгә Ерҙә йәшәү тәмен, мәғәнәһен тойҙорта. Миҙгелдәр бәйләнешен, гүзәллеген табып йәшәргә ынтылабыҙ.
Хаҡлы ялда булһалар ҙа, мәҙәниәт йортонда үткәрелгән күп сараларҙы биҙәгән, "Хазина” фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ һәүәҫкәрҙәре Рима Сәхиулла ҡыҙы Юлбарисова менән Рәшиҙә Сабит ҡыҙы Хисаметдинова тураһында яҙмам.
Балҡыһын күңел ҡояшығыҙ
Балҡыһын күңел ҡояшығыҙ

Йәшнәп йәшәлгән ғүмер
26 сентября 2017 йыл | Хаттар

Хәтер
Күптән түгел Яңы Ҡарамыш ауылы үҙенең һөйөклө ағинәйен һуңғы юлға оҙатты. Туҡтауһыҙ яуған ямғыр ҙа ул көндө туҡтап торҙо, әйтерһең, тәбиғәт тә халыҡ үҙенең яратҡан мөғәллимәһе менән тейешенсә хушлашып ҡалһын тип тырышты. Яңы Ҡарамыштың күҙе лә, йөҙө лә, һүҙе лә, йәме лә булған, оҙаҡ йылдар ошо бәләкәй генә ауылға мәғрифәт нуры сәскән Раҡия Закир ҡыҙы Ҡунаҡҡужина 94-се йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 121