Балалар пособиеһын ҡасан алырбыҙ?
06 февраля 2013 йыл | Хаттар

Беҙҙе, Үзбәк, Бәләкәй, Урта һәм Оло Үтәш ауылдары ҡатын-ҡыҙҙарын һаман да балаларға айлыҡ пособиеларҙы, күп балалы ғаиләләргә бирелә торған мәктәп формаһы өсөн аҡсаны күсермәүҙәре борсой (кәрәкле документтарҙы сентябрь айында уҡ тапшырҙыҡ). 2011 йылда мәктәп формаһы өсөн аҡсаларҙы 28 декабрҙә үк түләгәндәр ине. 2012 йылғыһын иһә көтә-көтә арып бөттөк. Беҙҙең үтенесте кире ҡаҡмай, ярҙам итһәгеҙ ине.
Бер төркөм ата-әсәләр.

Йәшлегебеҙ үкенесле үтмәһен
30 января 2013 йыл | Хаттар

Йәшлек… Кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ мәле. Моңаймайынса, төрлө мәшәҡәттәргә лә бирешмәйенсә йәшәй торған ваҡыт бит ул. Шул уҡ ваҡытта йәшлегенең ҡәҙерен белмәгән ҡыҙҙар-егеттәр булыуы ла күңелде ҡыра. Йәштәр бер-береһендәге ниндәй сифаттарҙы үҙһенмәй икән?

Тауҙарҙы аҡтартырға юл ҡуймайыҡ
26 января 2013 йыл | Хаттар

Телевизорҙан яңылыҡтар тапшырыуынан Стәрлетамаҡ "Сода” һәм химия комбинаттарын берләштереп, яңы производство асырға уйлауҙары (уларға яңы сеймал базаһы кәрәк), 2019 йылда Шахтауҙа сеймал бөтөргә тейешлеге хаҡында һөйләнеләр.

Һин - ҡояштан, ә мин һинән нур алам
26 января 2013 йыл | Хаттар

Әсәйһеҙ донъяла йәшәүҙең йәме лә, ҡыҙығы ла юҡтыр. Уның бар көсө, йоҡоһоҙ үткән төндәре бала өсөн.

Күңел йылыһы
26 января 2013 йыл | Хаттар

Кешегә иң ғәзизе - әсәй, иң ҡәҙерлеһе - тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – тыуған тәбиғәтең, иң ышаныслыһы – атаңдың арҡа һөйәге, етәкләр йылы ҡулдары. Шуғалыр ҙа кешене ғүмер буйы тәү тәпәй баҫҡан нигеҙе, һулаған һауаһы, аунап үҫкән ере, балалыҡ дуҫтары үҙенә тарталыр. Тамыры булған ағас ҡына аумай, ата-әсә наҙын татығандар ғына бәхетле, ғаилә йылыһын күңелдәренә һеңдергән балалар ғына татыу була.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно