Изге айҙа – изге башланғыс
25 мая 2018 йыл | Хаттар

Күптән түгел әүлиәләр төбәге – Сәйетбаба ауылында районда тәүгеләрҙән булып ҡатын-ҡыҙҙар араһында ғәрәп телен өйрәнеүселәрҙең конкурсы булып үтте.
Сараға райондың иман юлында булған, ислам динен ихтирам иткән, ғәрәп хәрефтәрен таныған һәм ғәрәпсә уҡый белгән ағинәйҙәре, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары йыйылды. Шулай уҡ райондың имам-мөхтәсибе Рауил хәҙрәт етәкселегендә ра-йон мәсете шәкерттәре, Юрмаш, Имәндәш, Крас-ноусол, Яңғыҙҡайын, Яугилде, Ерек ауылдары ағинәйҙәре килде.

Һәйкәлдәр – тереләр өсөн, хәтер – мәңгелек
22 мая 2018 йыл | Хаттар

9 Май – Еңеү көнө – беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң ҙур байрамдарҙың береһе. Ошо иҫтәлекле көн алдынан обелиск-һәйкәлдәр асыла, булғандары тәртипкә килтерелә.  
Беҙҙең Бурлы ауылында ла 60-70-се йылдарҙа һуғыш яланынан әйләнеп ҡайта алмаған яугир ауылдаштарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап обелиск ҡуйылғайны. Йылдар үҙенекен итте: ямғыр-ҡарҙан, ел-бурандан был һәйкәл яйлап ҡына төҫһөҙләнеп, емерелеп, йәғни ташландыҡ хәлгә килде. 9 Май байрамы алдынан, Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығы уңайынан обелиск һәм уның биләмәһе яңы төҫ алды. Ул Ғәлинур Нафиҡов һәм Рәшит Хәсәнов (ауылға күсеп ҡайттылар, ҡатыны ауылдашыбыҙ) инициативаһы менән төҙөкләндерелде. Ауыл халҡының да ярҙамы тос булды: берәүҙәр финанс йәһәтенән, икенселәр буяу-төҙөлөш материалдары менән тәьмин итте, бәғзеләр обелиск биләмәһен һәм тирә-яғын тәртипкә килтереүҙә эшләне. Илдус Ситдиҡов менән Илшат Абдрахманов һәйкәлде яңыртһа, Наил Шәрипов менән Илшат Хөснөтдинов ҡоймалап алды. Хәҙрәттәр Ғаяз Харисов (таҡтаташҡа яугирҙарҙың исем-шәрифтәрен яҙҙырған) менән Фәнис Сәфиуллин транспорт менән ярҙам итте, Рәзил Зәйнуллин тракторы менән йыйылған сүп-сарҙы түкте.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, байрам  алдынан күмәк көс менән обелискыны яңыртып һәм тирә-яғын матурлап, изге эшебеҙ менән яугир-ауылдаштарыбыҙҙың рухын шатландырыуыбыҙға ҡәнәғәт булып таралыштыҡ.  
Фәнисә ҒӨЗӘЙЕРОВА.
Бурлы ауылы.

Онотолмаҫ Еңеү яҙы
22 мая 2018 йыл | Хаттар

Уҫман ауылында Бөйөк Еңеү көнөнә аналған сара 6 майҙа үтте. Өмә итеп, элекке башланғыс мәктәп биләмәһе тәртипкә килтерелде, байрамса биҙәлде.
Уҡыусылар яугир олатай-бабайҙарының портреттарын тотоп, "Үлемһеҙ полк” сафында ауылдың бөтә урамдары буйлап үтте. Байтаҡ портреттарҙы (27 фотоһүрәт) Салауат ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Нәжибә апай Фәйзуллина эшләтеп алып ҡайтҡайны.
Ауыл һәүәҫкәрҙәре концерт ҡуйҙы.
Ошонда уҡ 60 йыл бергә матур, татыу ғүмер иткән Фәүзиә менән Зиннәт Ямалетдиновтарға, Хәҙисә менән Хәйҙәр Шәрәфетдиновтарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауы һәм бүләктәре тапшырылды. Байрам сараһын да, уға әҙерлек эштәрен дә әүҙем ауылдаштарыбыҙ Роза менән Илһам Искәндәровтар башлап йөрөнө, ойошторҙо.  
Мәрүә ҒӘҘЕЛШИНА,
ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.
Уҫман ауылы.


Мөхәббәттең ғүмере сикләнмәгән
22 мая 2018 йыл | Хаттар

 Мөхәббәттең ғүмере сикләнмәгән
55 йыл бер тормош һуҡмағынан атлау әҙ ғүмер түгел. Артҡа әйләнеп ҡараһаң, йәшәлмәгән дә кеүек. Бер-береһен яратып ҡауышҡан ике йәш йөрәктең, 55 йыл буйына бер-береһен хөрмәт итеп, ҙурлап, ел-дауылдарҙан һаҡлап, ҡайғы-шатлыҡтарҙы бүлешеп, балаларына, ейәндәренә, күршеләренә, ауылдаштарына үрнәк булып, бер ҡыйыҡ аҫтында парлап ғүмер итеүе – үҙе бер мөғжизәгә тиң!

Фәһемле осрашыу
13 апреля 2018 йыл | Хаттар

Беҙҙең мәктәптә тәрбиәүи темаға арналған саралар әленән-әле үтеп тора. Күптән түгел "Ҡыҙ тыйнаҡ булһа, егет йыйнаҡ була” тип исемләнгән кисәлә ауылыбыҙ ағинәйҙәре һәм Родина-Ватан ауылынан хажиә Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова ҡатнашты.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 120