Онотолмаҫ Еңеү яҙы
22 мая 2018 йыл | Хаттар

Уҫман ауылында Бөйөк Еңеү көнөнә аналған сара 6 майҙа үтте. Өмә итеп, элекке башланғыс мәктәп биләмәһе тәртипкә килтерелде, байрамса биҙәлде.
Уҡыусылар яугир олатай-бабайҙарының портреттарын тотоп, "Үлемһеҙ полк” сафында ауылдың бөтә урамдары буйлап үтте. Байтаҡ портреттарҙы (27 фотоһүрәт) Салауат ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Нәжибә апай Фәйзуллина эшләтеп алып ҡайтҡайны.
Ауыл һәүәҫкәрҙәре концерт ҡуйҙы.
Ошонда уҡ 60 йыл бергә матур, татыу ғүмер иткән Фәүзиә менән Зиннәт Ямалетдиновтарға, Хәҙисә менән Хәйҙәр Шәрәфетдиновтарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауы һәм бүләктәре тапшырылды. Байрам сараһын да, уға әҙерлек эштәрен дә әүҙем ауылдаштарыбыҙ Роза менән Илһам Искәндәровтар башлап йөрөнө, ойошторҙо.  
Мәрүә ҒӘҘЕЛШИНА,
ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.
Уҫман ауылы.


Мөхәббәттең ғүмере сикләнмәгән
22 мая 2018 йыл | Хаттар

 Мөхәббәттең ғүмере сикләнмәгән
55 йыл бер тормош һуҡмағынан атлау әҙ ғүмер түгел. Артҡа әйләнеп ҡараһаң, йәшәлмәгән дә кеүек. Бер-береһен яратып ҡауышҡан ике йәш йөрәктең, 55 йыл буйына бер-береһен хөрмәт итеп, ҙурлап, ел-дауылдарҙан һаҡлап, ҡайғы-шатлыҡтарҙы бүлешеп, балаларына, ейәндәренә, күршеләренә, ауылдаштарына үрнәк булып, бер ҡыйыҡ аҫтында парлап ғүмер итеүе – үҙе бер мөғжизәгә тиң!

Фәһемле осрашыу
13 апреля 2018 йыл | Хаттар

Беҙҙең мәктәптә тәрбиәүи темаға арналған саралар әленән-әле үтеп тора. Күптән түгел "Ҡыҙ тыйнаҡ булһа, егет йыйнаҡ була” тип исемләнгән кисәлә ауылыбыҙ ағинәйҙәре һәм Родина-Ватан ауылынан хажиә Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова ҡатнашты.

Ирҙең даны - иленән,
13 апреля 2018 йыл | Хаттар

халҡы менән еренән!
Ауылыбыҙҙың имам-хатибы Салауат Юлыҡов һәм ағинәйҙәрҙең кәңәше нигеҙендә ойошторолған был йыйын көтөлгәндән дә уңышлыраҡ килеп сыҡты. Мәсеткә ауылдың ир-уҙамандары, аҡ һаҡаллы ҡарттан башлап яңы ғына ғаилә ҡорған һәм әле генә ҡорорға уйлап йөрөгән ир-егеттәр йыйылды. Дөрөҫ, ауылдың ағинәйҙәре лә булды, тик ир-аттарҙан йырағыраҡ, бүлмә эсендә барған һөйләшеүҙәрҙе ситтән генә күҙәттеләр.

“Ғүмер биргәс Хоҙай, йәшәйем!”,
13 апреля 2018 йыл | Хаттар

- ти Родинанан 90 йәшлек Әнисә Ибәтуллина
 “Ғүмер биргәс Хоҙай, йәшәйем!”,
Әнисә Ибәтулла ҡыҙы Ибәтуллина Родина ауылында иң олоһо һанала. 22 мартта 90 йәшлек юбилейын билдәләне ул. Был көн ил инәһе өсөн икеләтә иҫтәлекле булды. Беренсенән,  балалары, күршеләре солғанышында олпат ғүмер байрамын билдәләү насип булһа, икенсенән,  Рәсәй Федерацияһы Президенты Ҡотлауын алып ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова юбилярға РФ Президенты Ҡотлауын һәм сәскә гөлләмәләре, бүләктәр тапшырҙы. Бындай Ҡотлауҙар 90 һәм унан да өлкәнерәк йәштәге Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына 2012 йылдан тапшырыла килә. Ниһайәт, бындай бәхет Әнисә Ибәтулла ҡыҙын да урап үтмәне.
Һүрәттә: Әнисә Ибәтуллина (уртала) улдары-килендәре,ҡыҙы-кейәүе, ейәнсәре, бүлә-бүләсәре менән.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 121