Мөғжизә түгелме?
10 апреля 2018 йыл | Хаттар

Тирә-яғыбыҙҙа нимә күрһәк тә - ул Аллаһтың мөғжизәһе. Кеше нисек кенә тырышһа ла, бындай эштәрҙе булдыра алмай.
Ҡыш көнө күктән ҡар бөртөктәре яуа. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле төҙөлөштә, береһенән-береһе матур. Ҡышҡы әсе һыуыҡта иртән тороуыбыҙға тәҙрәләрҙә мөғжизәле һүрәттәр күрәбеҙ. Аҡ йомшаҡ ҡар ағас тамырҙарын һәм үләндәрҙе, бөтә ер өҫтөн һыуыҡтан һаҡлай. Ҡышҡылыҡҡа ағастар япраҡтарын ҡойоп әҙерләнә. Һәр бер йәнлеккә, ҡошҡа үҙен һәм балаларын һаҡлап ҡалыуға мөмкинселек бирелгән. Кем быларҙың барыһын да: тәбиғәтте ҡурсалауҙы, хәстәрләүҙе алдан уйлап сығарған? Ошо мөғжизә түгелме?
Баязит РӘХМӘТУЛЛИН,
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының
3 "б” класс уҡыусыһы.

“Йәй ташы”нан илһам алып...
10 апреля 2018 йыл | Мәғариф, Хаттар

 “Йәй ташы”нан илһам алып...
Бына  ун беренсе тапҡыр республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған "Башҡортостан ынйылары” фестиваль-конкурсы балалар театр-фольклор  коллективтарының "иң-иң”дәрен Әлшәй еренә йыйҙы. Фестивалдә республикабыҙҙа халыҡ ижады буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнгән уҡыусылар һәм  16 театр-фольклор төркөмө ҡатнашты. Быйыл ул Башҡортостандың 100 йыллығына арналды.

Сәхнәлә – балалар
06 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

"Театр яҙы - 2018”
Күптән түгел Үтәк ауыл мәҙәниәт йортонда балалар менән сәхнәгә ҡуйылған "Сер тотмаҫ Өйрәк” тигән әкиәт ҡараныҡ.

Гел йылмайып-көлөп тора
03 апреля 2018 йыл | Хаттар

Бик күп йылдар Сәйетбабалағы банкта эшләүсе Фәнизә Байбулдина тураһында һүҙем.
Бер нисә йыл элек яҡын-тирә ауылдар халҡы Сәйетбабаға балалар пособиеһы алырға йөрөнөк. Унда кеше бик күп була торғайны, талаш-тартышы ла , беҙ күмәк, ә Фәнизә  Зәйнулла ҡыҙы берәү. Әммә ул бер ваҡытта ла асыуланманы, һәр кемде тыныс ҡына хеҙмәтләндереүен белде, нимәнелер аңламағаныңды төшөндөрҙө.  Әле лә яғымлы һәм тыныс ҡына итеп эшен дауам итә.

Ғаилә ҡәҙерен белгән – бәхетле булған
03 апреля 2018 йыл | Хаттар

Яҙ менән бергә тәбиғәт тә уянған, күңелдәргә яҡтылыҡ бөркөлгән мәлдә, 20 мартта  Халыҡ-ара бәхет көнө билдәләнде. Ошо көндө район китапханаһының уҡыу  залында "Ғаилә ҡәҙерен белгән – бәхетле булған” тип аталған "түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Күркәм сараға мәҙәниәт һарайы эргәһендә эшләп килгән "Ханым” клубы ағзалары  һәм башҡалар саҡырылды.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 121