Ҡәҙерле балаларым
07 марта 2018 йыл | Хаттар

Ҡәҙерле балаларым 
Сәйетбаба ауылында матур итеп донъя көткән ғаиләләр бик күп. Шундайҙарҙың береһе – минең өсөн донъялағы иң ҡәҙерле кешеләрем: Марат улым, Рима киленем, ейәндәрем Азат, Альберт, Айназ Мәүлетҡоловтар тураһында яҙмам.
Марат бәләкәйҙән тыңлаусан, тәртипле, егәрле, эшһөйәр, ярҙамсыл булып, эшкә сынығып үҫте.

Балыҡсылар байрамы ойошторҙоҡ
07 марта 2018 йыл | Хаттар

 Балыҡсылар байрамы ойошторҙоҡ
23 февралдә – Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Имәндәш ауыл биләмәһе хакимиәте айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау, спортҡа ылыҡтырыу, халыҡтың ялын файҙалы үткәреү маҡсатында Балыҡсылар байрамы ойошторорға булды.
Был көндө алдан билдәләнгән урын – Юрмаш ауылы эргәһендәге Аҡташ ҡаяһы ҡаршыһындағы майҙан байрамса төҫ алды, төрлө уйындар ойошторолдо. Райондың Һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәте рәйесе Олег Марков өс ҡарйөрөгөс техника килтереп, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе ошо техникала йөрөтөп күңелдәрен асты.

Киләсәккә өмөт өсөн рәхмәтлебеҙ
02 марта 2018 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

 
Киләсәккә өмөт өсөн рәхмәтлебеҙБеҙҙең улыбыҙ – Алмаз Фәүәрис улы Вәлиәхмәтовты яман шеш ауырыуынан дауалау өсөн 10 февралдә хәйриә концерты булған ине. Алмаздың яҙмышына битараф булмаған һәм уны һауыҡтырыу өсөн үҙ өлөшөн индереүселәргә һәм барлыҡ ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һүрәттә:Алмаз Вәлиәхмәтовҡа ярҙам йөҙөнән ойошторолған концертта Фән Вәлиәхмәтов етәкселегендәге баш ҡала артистарының, районыбыҙ таланттарының сығыштары тамашасыға бик оҡшаны. Һәр кем Алмазға һауығыуын теләне.

Байрамға арналды
02 марта 2018 йыл | Хаттар

Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған хәрби-спорт уйыны "Зарница” үтте. Уға уҡыусылар алдан уҡ ентекле әҙерләнгән: ағастан мылтыҡтар, гранаталар эшләгәндәр.

“Күңелле старттар” күңелле үтте
02 марта 2018 йыл | Мәғариф, Хаттар

“Күңелле старттар” күңелле үтте 
23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Күңелле старттар" бәйгеһе Бурлы мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары араһында йыл да үткәрелә. Быйылғыһы, Бурлы мәктәбендә ремонт эштәре барыу сәбәпле, Яугилде мәктәбендә үтте. Уҡыусылар был ярышты түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Һәр команда алдан үҙенә исем, девиз уйлап, йыр әҙерләне.
Байрамды асыу өсөн һүҙ филиалдар буйынса директор урынбаҫары Рим Мөхлис улы Биктимеровҡа бирелде. Ул байрам менән ҡотлап, бәйгелә ҡатнашыусы 9 командаға уңыштар теләне.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 120