Халҡым теле миңә хаҡлыҡ теле
20 февраля 2018 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Эй туған тел, эй, матур тел,
Атам-әсәмдең теле.
Донъяла күп нәмә белдем
Һин туған тел арҡылы.
(Ғ.Туҡай.)
Һуңғы ваҡытта башҡорт теленә ҡыҫынҡылыҡ килеүе, беҙҙең халыҡтың күп өлөшөнөң үҙ хоҡуҡтарын белмәүе илем, телем, халҡым тип янған алдынғы ҡарашлы башҡорттарҙы борсоуға һала. Ата-әсәләрҙе балаларының рус телендә белем алыуы нығыраҡ ҡыҙыҡһындырыуы халыҡты әсә теленән, тыуған еренә тоташҡан тамырҙарынан айырыуға килтерә.
Халҡым теле миңә хаҡлыҡ теле

Йылдар һынауына бирешмәй
20 февраля 2018 йыл | Хаттар

Элек-электән ғаилә ҡороу яуаплы эш һаналған. Татыу, бәхетле ғаилә булдырыу өсөн ике йәш йөрәктең ҡушылып йәшәүе генә етмәй. Тәү сиратта, улар араһында көслө мөхәббәт, бер-береһенә ҡарата ихтирамлы булыу мөһимдер. Һөйөклөһө өсөн уттар-һыуҙар кискән, теләгенә ирешмәйенсә һис тә туҡтап ҡалмаған кеше генә ысын ғаилә ҡороп йәшәй алалыр.
Йылдар һынауына бирешмәй

Ватандарҙа ҡунаҡта
20 февраля 2018 йыл | Хаттар

Күптән тугел Табын ауылы ағинәйҙәр ойошмаһының бер төркөм ағзалары күрше Ватан - Родина ауылында ҡунаҡта булып ҡайтты. Беҙҙе ауыл старостаһы, сәсәниә, шағирә Фәүзиә апай Ҡотлогилдина шат йөҙ, асыҡ сырай менән ҡаршы алып, клубтың художество етәксеһе, ауыл Советы депутаты Гөлнара Рәхимова менән таныштырҙы.

Үткәндәрҙе иҫкә алып
16 февраля 2018 йыл | Мәғариф, Хаттар

Быйыл февраль айында Сталинград өсөн барған һуғышта еңеүгә 75 йыл булды. Ошоға бәйле Сәйетбаба ауылындағы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге тарафынан бик матур, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған сара уҙғарылды.
Үткәндәрҙе иҫкә алып
 

Гөрләп үтте уңыш байрамы
05 декабря 2017 йыл | Хаттар

Гөрләп үтте уңыш байрамыКүптән түгел Родина мәктәбендә көҙгө уңыш байрамы, йәрминкә үтте. Байрамдың тәүге өлөшөн уҡыусыларҙың ҡыҙыҡлы художестволы номерҙары биҙәне.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 120