Ҡартлығыңда булһын бәхетең
13 октября 2017 йыл | Хаттар

Ҡартлығыңда булһын бәхетеңКүптән түгел минең ҡәйнәм Рафиҡа Исхаҡова үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул Сәйетбабала тыуып үҫеп, уҡып, эшләп, балаларын үҫтереп йәшәй. Ҡартайған көнөндә генә, ауылда донъя көтөү ауырлашҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсә.

Осрашыуға илтә һуҡмаҡтар
13 октября 2017 йыл | Хаттар

Уңыштарға һәм байрамдарға бай көҙ етте. 1 сентябрь. Мәктәп ихатаһы йәнә уҡыусылар тауышына күмелә. Тәүге ҡыңғырау уларҙы белем иленә саҡыра. Уҡытыусылар яңы уҡыу йылын башлай. Белем һәм тәрбиә биреү эшендә уларҙы яңы талаптар, яңы бурыстар көтә.

Еребеҙгә рәхимле булайыҡ!
13 октября 2017 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Минең тыуған төйәгем - гүзәл Башҡортостан. Мин Башҡортостандың иң матур төбәгендә, Еҙем йылғаһы бу-йында урынлашҡан Ғафури районында тыуғанмын. Өсөнсө мәктәптең етенсе класында уҡыйым.

Өләсәйем – терәгем
29 сентября 2017 йыл | Хаттар

 Өләсәйем – терәгем
Донъялағы иң ҡәҙерле кеше лә, яҡын дуҫ та, иң яҡшы кәңәшсе лә ул өләсәй. Ул беҙҙе ошо йәмле донъяны яратырға өйрәтә, яҡшы уҡырға, тәртипле булырға өндәй, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итә. Өләсәй өйөбөҙгә нур сәсә, йылылыҡ, матурлыҡ өҫтәй.

Районыбыҙ артистары күңелле ял бүләк итте
29 сентября 2017 йыл | Хаттар

Күптән түгел Табын ауылында район мәҙәниәт һарайы артистары концерт менән сығыш яһаны.
Концерт программаһы бик бай йөкмәткеле булды, төрлө жанрҙағы йырҙар башҡарылды.  Ә ҡурай моңдары концертҡа матур биҙәк өҫтәп, байытып ебәрҙе, уйын-көлкө һәм юмор ҙа бик урынлы булды. Халыҡ сығыштарҙы ҡарап рәхәтләнеп ял итте. Тамашасылар артистарҙың һәр ҡайһыһын алҡыштар менән оҙатып, сәскә гөлләмәләренә күмде.
Беҙгә күңелле ял минуттары бүләк иткән Рәмил Ғимрани, Эльвира Насирова, Рәзилә Хәбибуллина, Рәмил Ҡотдосов, Хызыр Нәзиров, Наил Вәлиев, Фәнзил Ғәлин  һәм башҡаларға ауылдаштар исеменән рәхмәт әйтәбеҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ һәм тағы ла үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ.
Флүрә КИЛМӨХӘМӘТОВА.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 120