Тыуған төйәк һәм халыҡ мәнфәғәтен күҙҙә тотоп…
27 января 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Тыуған төйәк һәм халыҡ мәнфәғәтен күҙҙә тотоп…-Сәлимгәрәй Миңлегәрәй улы, һеҙ күп йылдар Үҙәк район дауаханаһында табип-хирург булып эшләйһегеҙ. Хеҙмәтегеҙ изге, кешеләргә кәрәкле, үҙегеҙ иһә күптән район халҡының хаҡлы ихтирамын ҡаҙанғанһығыҙ. Ә бына йәмәғәт эшенә ылығырға һеҙҙе нимә этәрҙе?
- Эйе, ғүмеремдең күп өлөшө  кешеләрҙе дауалауға, медицинаға арналды. Әммә, минеңсә, тыуған төйәге үҫһен тип теләгән һәр кем үҙенең хеҙмәт йәки шәхси мәсьәләләрен генә хәл итеп ҡалмай, үҙе йәшәгән йәмғиәткә ҡағылышлы мөһим эштәрҙе башҡарыуҙа ла ҡатнашырға тейеш.
Беҙгә күп нәмәләр эшләйһе бар. Әле етәкселеккә хәл итергә ярҙам итәһе проблемалар етерлек. Мәҫәлән, халыҡ мәшғүллеге бик түбән кимәлдә. Яңы производстволар асыу йәки бөтөрөлгәндәрен тергеҙеү (быяла заводын, леспромхозды ғына иҫкә алайыҡ) йәһәтенән инициативаларҙы әүҙемерәк үткәрергә кәрәк. Урындарҙа ла күрһәтерлек проблемалар бар. Һәр ауылда коммуникациялар булыу-булмауына йәки уларҙың сифатына ҡағылышлы, социаль объекттар, транспорт, медицина, ойошма-предприятиелар эше буйынса һорауҙар тыуып ҡына тора.
Районда билдәле социаль категорияға ҡараған кешеләр күп. Улар айырым иғтибарға мохтаж, уларҙың бойомға ашмаған үҙ пландары, законда ҡаралған хоҡуҡтары булырға мөмкин. Улар – ветерандар, инвалидтар, етемдәр, күп балалы, имен булмаған, йәиһә йәш ғаиләләр. Ҡыҫҡаһы, эш етерлек.
- Һис шикһеҙ, Йәмәғәт советының эшмәкәрлек даирәһе ғәйәт киң. Уның составында нисә кеше һәм был ойошмаға башҡа берекмәләр нисек ҡарай?
- Район тормошоноң бөтә өлкәләрен үҫтереү мәсьәләләрен бойомға ашырыу маҡсатында булдырылған советта 7 кеше. Улар төрлө тармаҡ вәкилдәре булып торалар. Йәмәғәт ойошмаларына килгәндә, улар менән уртаҡ тел табырбыҙ, тим. Беҙгә бит бергә эшләргә!
- Совет, тәү сиратта, ниндәй йүнәлештә эш итәсәк?
- Иң мөһиме – муниципаль орган тарафынан ғәмәлгә ашырылыусы әһәмиәтле программаларҙың үтәлешенә  йәмәғәтселектең контролен көсәйтеү.
Йәмәғәт советы үҙ эшмәкәрлегендә күп кенә маҡсатты күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, райондың социаль-иҡтисади үҫеш программаларын бойомға ашырыу буйынса власть органдары, ижтимағи һәм башҡа ойошмаларҙың бер-береһе менән килешеп, маҡсатҡа ярашлы эш итеү юлдарын билдәләү, ғәмәлгә ашырыу менән шөғөлләнә. Район халҡы өсөн иң әһәмиәтле һорауҙар буйынса йәмәғәтселек фекерен өйрәнеп, дөйөмләштереп, аныҡ кәңәштәр әҙерләүҙе үҙ өҫтөнә ала һ.б.
-  Эш барышында бәхәсле мәлдәр килеп тыуһа?..
- Ул саҡта беҙ райондың власть органдары, ижтимағи һәм башҡа ойошмалары араһында һөйләшеү ойошторорға тейешбеҙ. Йәмәғәт советы райондың власть һәм урындағы үҙидара органдарына тәҡдимдәр индереп кенә ҡалмай, ә айы-рыуса мөһим һәм киҫкен социаль проблемалар буйынса йәмәғәтселек тыңлауы ла ойоштора. Совет социаль өлкәләге өҫтөнлөклө программаларҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә йәмәғәтселек көстәрен бергә туплаясаҡ үҙ проект һәм программаларын, сараларын үткәрә. Ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни үҫеш мәсьәләләре буйынса район башлығына тәҡдимдәр әҙерләй.
- Йәмәғәт советы үҙ эшмәкәрлеген ниндәй тәртиптә алып бара?
- Конференциялар, Президиум ултырыштары тәртибендә, уларҙа беҙ иң әһәмиәтле мәсьәләләрҙе ҡараясаҡбыҙ. Совет ултырыштары йылына кәмендә дүрт тапҡыр, йәғни квартал һайын үтә. Советтың йыллыҡ эшенә лә йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Ошо арала махсус сайт асырға ниәтләйбеҙ, эшебеҙ хаҡында уның аша белдереп торасаҡбыҙ. Советтың эше хаҡында етерлек мәғлүмәт бирелһен, кире бәйләнеш тә булһын өсөн тырышабыҙ. Шуныһын да билдәләп үтке килә - райондың Йәмәғәт советы рәйесе булыу – ҙур яуаплылыҡ. Власть менән халыҡ араһында бәйләнеш булдырырға тейешле был берекмәгә ҡарата күберәк кешеләр үҙ фекерен белдерһен, тәҡдимдәр әйтһен, уның эшмәкәрлегенә әүҙемерәк ҡушылһын, райондың йәмәғәт ойошмаларын, халҡын районыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеше программаларын үтәү тирәһендә туплаһын ине.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Сәлимгәрәй Миңлегәрәй улы, тормошоғоҙҙа, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Ринат ҠӘЙҮМОВ.