Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусылар
20 июня 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусылар
- Районыбыҙҙа йәшәүсе кешеләрҙең һаулығы һағында үҙәк район дауаханаһында, 5 ауыл табиплыҡ амбулаторияһында һәм 42 фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләүсе табип-шәфҡәт туташтарынан торған ҙур медиктар армияһы тора. Дауаханала 200-ҙән ашыу койкаға иҫәпләнгән 7 стационар бүлексә, поликлиника, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары, "Ашығыс ярҙам” бүлексәһе, клиник-диагностика лабораторияһы эшләй. Ауыр хәлдәге сирлеләрҙе дауалау һәм реабилитациялауға тәғәйенләнгән уғата кәрәкле 25 урынлыҡ паллиатив медицина ярҙамы бүлеге асыуға өлгәштек. Шулай уҡ наркология бүлегенә 10 койка-урын бүленде.
Йыл һайын стационарҙың барлыҡ бүлексәләрендә 6 меңгә яҡын кешегә медицина ярҙамы күрһәтелһә, поликлиникала 175 меңләп пациент хеҙмәтләндерелә, "Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә 11 меңгә яҡын саҡырыу ҡабул ителә.
Районыбыҙ медицинаһы күрһәткестәр менән генә түгел, хеҙмәтләндереү менән дә көслө. Ауыл кешеһе һаулыҡ һаҡлауҙағы заманса методикалар һәм яңы технологияларҙан алыҫ торһа ла, иң тәү сиратта табиптар иғтибарына мохтаж булыуы сер түгел. Красноусол дауаханаһында иһә ауылда йәшәүселәр белгестәрҙең юғары квалификациялы ярҙамын алһын өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә.
Үҙәк район дауаханаһында диспансерлаштырыу өсөн, шулай уҡ профилактик һәм ваҡытлы медицина тикшереүҙәре уҙғарыу өсөн медицина профилактикаһы бүлексәһе эшләй.
2014 йылдан БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының "Бәйләнеш үҙәге” эшләп килә, уның аша тар белгестәр ҡабул итеүенә яҙылырға мөмкин.
Балалар консультацияһында 1 йәшкә тиклемге балаларҙы һәм мәктәп уҡыусыларын диспансерлаштырыу уҙғарыла, сәләмәт бала кабинеты эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы диагностикалау һәм дауалау өсөн заманса медицина ҡорамалдары менән тулыландырылды. Был әсәйҙәр, буласаҡ әсәйҙәр һәм тыуасаҡ сабыйҙарҙың сәләмәтлеген контролдә тоторға мөмкинлек бирә.
"Ашығыс ярҙам” хеҙмәте аныҡ һәм  тотҡарлыҡһыҙ эшләй. Медиктарҙың ике бригадаһы Красноусолда тәүлек әйләнәһенә эшләһә, йәнә ике бригада Сәйетбаба һәм Яңғыҙҡайын филиалдарына дежурға сыға. 8 "Ашығыс ярҙам”, шул иҫәптән реанимобиль автомобилдәре ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылды, икәүһе заманса диагностик ҡоролмалар менән комплектланып, ауыр хәлдәге сирлеләрҙе дауаханаға килтереүгә ҡулайлаштырылған. Һуңғы йылдарҙа дауаханабыҙҙың матди-техник базаһы өс "Ашығыс ярҙам”  автомашинаһы менән тулыланды.
Халыҡҡа беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн шарттар ауыл ерҙәрендә лә булдырыла. Мәҫәлән, Еҙем-Ҡаран ауыл табиплыҡ амбулаторияһы лаборатория, физиотерапия һәм стоматология кабинеттары менән йыһазландырылды. 2012 йылда был дауахана бинаһына реконструкция уҙғарылды, аш-һыу бүлмәһе, стоматология һәм физиотерапия кабинеттары өсөн ҡорамалдар, медицина аппаратуралары һәм мебель һатып алынды. Яңғыҙҡайын табиплыҡ амбулаторияһына ремонт эшләнде, физиотерапия һәм стоматология кабинеттарына ҡорамалдар, карауаттар һатып алынды. Был ҡиммәтле кәрәк-яраҡтар, шулай уҡ ауыл дауаханаларына ремонт әүҙем бағыусылар ярҙамы менән башҡарылды. Уларҙы Ғафури районында тыуып-үҫеп, үҙҙәренең тыуған төйәктәре менән бәйләнеште өҙмәүсе яҡташтарыбыҙ күрһәтте.
Тағы ла шуныһы: үҙәк район дауаханаһының акушер-гинеколог, хирург, эндокринолог, шулай уҡ башҡа тар белгестәрҙән торған табиптар бригадаһы аҙна һайын ауыл табиплыҡ амбулаториялары һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарында күсмә ҡабул итеүҙәр уҙғара.
Уңышлы һәм һөҙөмтәле эшләүебеҙ айҡанлы үҙәк район дауаханабыҙ "Рәсәй һаулыҡ һаҡлау әйҙәүсе учреждениеһы” тигән милли реестрға индерелде, таныҡлыҡ алдыҡ.
Форсаттан файҙаланып, районыбыҙҙың барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен, коллегаларҙы һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандарын һөнәри байрамыбыҙ – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Һаулыҡ-сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, изге, еңел булмаған – кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлауға бағышланған яуаплы эштәрендә уңыштар, байрамса кәйеф теләйем.
Индира ИШКИНА яҙып алды.