Мәсетле ҡыҙы Зилә
10 сентября 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

-Тәүге эш көнөнән һуң Марат менән осраштыҡ та, йәшәргә йорт эҙләй башланыҡ, таныштар ҙа, дуҫтар ҙа юҡ, нисек алдан хәстәрләмәй йөрөгәнбеҙ, йәш саҡта тәүәккәл булаһың шул, – тип хәтерләй ул көндәрҙе Зилә.
Ул саҡта дарыухананың үҙендә дарыуҙар әҙерләү менән шөғөлләнәләр, коллектив ҙур, эш етерлек була. Ипле һүҙле, яҡты йөҙлө Зиләне коллектив та, һатып алыусылар ҙа үҙ итә. Күп ауырыуҙар табипҡа түгел, туп-тура дарыуханаға килә бит. Уларҙы иғтибар менән тыңлап, тейешле дауалау препараттары һайлашырға, ҡулланыу буйынса тулы һәм аныҡ мәғлүмәт бирергә кәрәк. Даими уҡырға, үҙ өҫтөңдә эшләргә тура килә. Сөнки көн дә тигәндәй яңы медикаменттар барлыҡҡа килә, ә дарыухана хеҙмәткәре уларҙың һәр береһенең үҙенсәлектәрен яҡшы белергә тейеш. Ни тиһәң дә һүҙ кеше өсөн иң ҙур ҡиммәт – ғүмер һәм һаулыҡ хаҡында бара бит.
Әминевтар матур ғына тормош ҡороп йәшәп алып китәләр. Азат һәм Урал исемле улдары донъяға килә. Балалары ла ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй үҫте. Ун йылдан ашыу Красноусолда йәшәгәндән һуң, ғаилә Өфөгә күсенде. Марат рес-публика баҫмаларында эшләй, ә Зилә баш ҡала дарыуханаларында төрлө вазифалар атҡара. Ошо көндәрҙә 50 йәшлек юбилейын билдәләгән ҡатындың хеҙмәте ра-йон, ҡала кимәлендәге Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланған. Әммә иң ҡиммәтле бүләк – һатып алыусыларҙың тап уға төбәп килеүе, уларҙың ихтирамы. Йылы һүҙ – йән аҙығы шул. Ә Зилә ихлас тыңлай ҙа, төплө кәңәштәрен дә бирә белә.
Зилә Шакирйән ҡыҙы балаларына һәйбәт әсәй, тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын да. Өй тулы гәзит-журнал, китаптар араһында үҫкән Азат менән Урал да белемгә тартылып үҫтеләр. Икеһе лә Өфөләге 20-се башҡорт гимназияһын алтын миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инде. Азат, диплом алғас, "Өфөгаз” предприятиеһында хеҙмәт юлын башлағайны, яңыраҡ ошонда уҡ яуап-лы вазифаға тәғәйенләнеләр, Урал иһә уҡыуын магистратурала дауам итә.
...Аҙна аҙағы. Әминевтар ял көндәрен нисек үткәреү хаҡында кәңәшләшә.
- Ғафуриға барғы килә, һағындырған, – ти Зилә, – туғандарҙы, дуҫтарҙы ла күрербеҙ.
Марат ҡәнәғәт йылмайып баш ҡаға. Дөрөҫ әйтә ҡатыны, Ғафуриҙың кешеләре, тәбиғәте һағындыра шул, күңел тап шунда ғына тарта, торған ер, йәшлек йылдары үткән ер ҡосағын йәйеп һине көткәндәй...
С.ТИМЕРОВ.