Ҙур бәләгә илтеүсе бөжәк
11 апреля 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Кәңәштәр

Талпандар күпселек осраҡта урман һуҡмаҡтарында туплана, сөнки уларҙы хайуандарҙың һәм кешеләрҙең еҫе ылыҡтыра. Һеҙ талпан тешләүен һиҙмәҫкә лә мөмкинһегеҙ. Ләкин бер аҙҙан тешләнгән урын шешеп сыға. Ғәҙәттә, тешләнеүҙән сир башланғанға тиклем 7-14 көн үтә. Уның билдәләре: кинәт кенә тән температураһының 38-39 градусҡа тиклем күтәрелеүе, баш, тән ауыртыуы, хәлһеҙлек, күңел болғаныу, йөҙ һәм күҙҙең ҡыҙарыуы. Ауырыуҙың 3-5-се көнөнә нер-вы системаһының зарарланыу билдәләре беленә башлай – тартышыу, һаташыу, хәрәкәтләнеү ҡыйынлығы һ.б.
Талпан энцефалитының эҙемтәләре күп төрлө: тулыһынса төҙәлеүҙән алып инвалидлыҡҡа, хатта үлемгә тиклем. Ҡайһы бер осраҡта талпан ҡаҙалған урын ҡыҙарып тора, һуңынан ҙурайып, күк төҫкә инә. Был – талпан боррелиозы менән ағыуланыуҙы аңлата. Кеше грипп менән сирләгәндәге кеүек хәлһеҙлек тоя, радикулит йәки эре быуындарҙың елһенеүе күҙәтелә. Ошо билдәләрҙе күрһәгеҙ, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Нисек һаҡланырға?
Талпан энцефалиты йәки боррелиоз менән сирләмәүҙең иң ышаныслы юлы – талпандан тешләнмәү сараһын күреү. Бының өсөн урманға барғанда ҡалын, шыма туҡыманан тегелгән асыҡ төҫтәге өҫ кейеме, эстән кейгән оҙон еңле күлдәктең яғалары муйынға һылашып торорға,  күлдәк салбарға ҡыҫтырылған булырға, салбар  итеккә  йәки ботинкаға ҡыҫтырылған, носкиҙар тығыҙ резинкалы булырға тейеш, башты һәм муйынды яулыҡ йәки кепка менән ҡапларға кәрәк. Талпандарҙы ҡурҡытыу өсөн тәндең асыҡ өлөштәренә репелленттар һөртөргә мөмкин. Бынан тыш, һәр сәғәт һайын үҙегеҙҙе һәм юлдаштарығыҙҙың өҫ-башын ҡарап тороғоҙ.
Талпан ҡаҙалһа ни эшләргә?
Талпанды ни тиклем тиҙерәк алһағыҙ, шул тиклем организмға ағыу аҙыраҡ эләгәсәк. Иң яҡшыһы уны дауаханала алдырыу, әлбиттә.
Әгәр үҙаллы алырға теләһәгеҙ, пинцет йәки таҙа марля уралған бармаҡтар менән талпандың томшоғона яҡыныраҡ эләктереп, пинцетты тәнгә перпендикуляр хәлдә тотоп, ҡабаланмай ғына талпанды үҙ күсәре буйлап әйләндереп тартып алығыҙ. Шулай уҡ  ныҡлы епте уның томшоғона бәйләп, киҫкен хәрәкәттәр яһамай ғына өҫкә тартырға кәрәк. Талпанды алғанда бик һаҡ ҡыланырға тырышығыҙ, сөнки ул һытылһа, эсендәге ағыуы яра аша организмға эләгәсәк.
Әгәр талпандың башы өҙөлөп тәндә ҡала икән, шул урынға спирт йәки йод һөртөгөҙ һәм стерилле энә менән алығыҙ. Талпанды алған кешегә, ҡулдағы ваҡ яралар аша инфекция организмға үтеп инмәһен өсөн, ҡулдарын һабынлап йыуырға кәрәк.
Талпандың энцефалит йәки боррелиоз менән зарарланған икәнен билдәләү өсөн, уны тере килеш таҙа һауытта 2 тәүлек эсендә микробиологик лабораторияға тапшырырға кәрәк. Тикшергәс, тешләнгән кеше прививка эшләтмәгән булһа, талпан ҡаҙалғандан һуң 96 сәғәт һуҙымында энцефалитҡа ҡаршы кеше иммуноглобулины индерелә.
Был мәкерле, күпселек осраҡта үлемесле сирҙән ҡотолоуҙоң профилактик юлы булып вакцинация тора. Уны яһау схемаһын белгес билдәләй.
Шулай итеп, ябай ғына һаҡланыу сараларын күреп, ҙур бәләнән ҡотолорға мөмкин.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте.