Сәләмәтлек артынан ипподромға
30 мая 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Республикала 15-16 майҙа инвалид балалар өсөн 7-се "Ҡанатлы аттар” фестиваль-слеты үтте. Өфө ҡалаһының "Аҡбуҙат” ипподромында уҙғарылған сарала 8 команда ҡатнашты.
Табын коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары Рәсүл Басиров, Закир Нәбиуллин, Ильяс Хәбиров, Салауат Ҡужин, Фәнис һәм Алмас Ибәтуллиндарҙан торған команда 2-се урынға лайыҡ булды. Шәхси беренселектә Рәсүл Басиров 1-се, Ильяс Хәбиров менән Фәнис Ибәтуллин 3-сө, эстафетала Закир Нәбиуллин 1-се урынды алды. Бар ҡатнашыусылар ҙа кубок, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Ярыштар күңелле, дуҫтарса шарттарҙа үтте, балалар рәхәтләнеп ял итте, үҙҙәренә яңы дуҫтар тапты.
Табын коррекция мәктәп-интернаты коллективы байрамды ойоштороусыларға – Рима Батталова етәкләгән "Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фондына, Мәғариф министрлығына һәм инвалид балалар өсөн иппотерапия республика үҙәгенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Виктория СОРОКИНА,
Табын коррекция мәктәп-интернатының кластан тыш эштәрҙе ойоштороусыһы.