Яман һәм аҫтыртын сир
28 июля 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Йылдың-йылы тотош  донъя бу-йынса йөҙҙәрсә миллион кеше вируслы гепатит сиренә дусар булып, яҡынса 1,5 миллионының ғүмере өҙөлә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы килтергән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, барлығы 2 миллиард самаһы, йәғни ер йөҙөндәге һәр өсөнсө кеше вируслы гепатит йоҡторған. Һәр 12-сеһендә В йәки С гепатиты вирусы. Тотош донъя буйынса алғанда үлем сәбәптәренең һәр һигеҙенсе осрағы ошо гепатитҡа бәйле.
Был сирҙең киң таралыуы уның айырым билдәләре булмауға һәм йәшерен үтеүенә ҡайтып ҡала. Ваҡытында дауаланмаған осраҡта хроник гепатит вирусы бауыр циррозына йәки яман шешкә әйләнергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта вирус йоҡтороусыларҙың күбеһе дауаланыу түгел, үҙенең етди сирләүе хаҡында ла  белмәйенсә, башҡалар өсөн сир  сығанағы булып ҡала.
Бына ошо яман һәм аҫтыртын сирҙе иҫкәртеү маҡсатында Бөтә донъя гепатитҡа ҡаршы көрәш альянсы  28 июлде  Бөтә
донъя гепатитҡа ҡаршы көрәш көнө тип иғлан итте. Был көндө һәр тарафта халыҡ араһында аңлатыу эштәре ойошторолоп, вируслы гепатиттың төрҙәре, уны иҫкәртеү  саралары хаҡында төшөндөрәләр.
Вируслы гепатитты иҫкәртеү саралары
Вируслы А гепатиты -  бауыр структураһына етди һәм ауыр үҙгәрештәр килтереүсе йоғошло сир.  Күп осраҡта уны һары ауырыуы тип тә йөрөтәләр. Сир сығанағы - ауырыу кеше, башҡаларға ул сирле кешенең бысраҡ ҡулы һәм уның ҡулы тейгән әйберҙәр, шулай уҡ еләк-емеш, йәшелсәләр, башҡа аҙыҡ-түлек аша  йоғорға мөмкин. Организмға эләккән вирус 2 аҙнанан 6-7 айға тиклем үҙе хаҡында бер нимә лә "белгертмәй". Аппетит юғалыу, йыш-йыш күңел болғанып, ҡоҫтороу, ашағандан һуң эстең өҫкө өлөшө, уң ҡабырға аҫты ауыртыу сирҙең төп билдәләре булып тора. Уның киҙеү рәүешендә булыуы ла ихтимал: тән температураһы күтәрелә, хәлһеҙлек, йотҡанда тамаҡ ауыртыуы, ҡысыныу күҙәтелә. Бәүел ҡарайып, оло ярау төҫһөҙләнә, күҙҙәр һәм тире һарғайып тора икән, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ваҡытында дауаланғанда А гепатитынан тулыһынса һауығырға була.
А гепатитынан һаҡланыу өсөн беренсе сиратта профилактик прививкаларҙан баш тартмаҫҡа кәрәк. Шулай ук шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ: ашар алдынан һәм бәҙрәфтән һуң ҡулдарҙы һабын менән ентекле йыуырға, йәшелсә, еләк-емештәрҙе ашар алдынан ныҡлап йыуып, ҡайнар һыу менән бешекләргә, йылға-күлдәрҙән алынған һыуҙы ҡайнатып ҡына эсергә. Һаҡланыуға ҡарамаҫтан вирус йоҡторған осраҡта мотлаҡ дауаханала дауаланырға.
В гепатитының эҙемтәһе күпкә етдиерәк, ул бауырҙы эшлектән сығара. В вирусы ла башҡаларға хроник сирлеләр аша йоға. Был вирус сирленең ҡанында булып, дауаланып, һауыҡҡан осраҡта ла уның сир сығанағы булып ҡалыуы ихтимал. Инкубация осоро - 50-180 көн.
Вирус сәләмәт кешенең организмына өс юл менән эләгергә мөмкин: ҡан ебәргән йәки укол ҡаҙағанда, терапия, хирургия, стоматология, акушер-гинекология практикаһы ваҡытында зарарланған ҡан һәм ҡан препараттары (плазма, эритроцитар масса, лимфа һәм башҡалар), шулай уҡ медицина инструменттары аша, лайлалы тиресәлә йәрәхәттәр булып сирле кешенең ҡырынғысын, теш щеткаһын файҙаланғанда, вирус йөрөтөүсе менән енси бәйләнешкә ингәндә. Сирҙең вирус йөрөтөүсе әсәнән яралғыға күсеүе лә ихтимал.
Аппетит кәмеү, күңел болғаныу, ҡоҫоу, үҙәк көйөү, эс-ҡарын тирәһе, уң ҡабырға аҫты ауыртыу, быуындар һыҙлау сирҙең төп клиник билдәләре булып тора. 2-3 аҙнанан вирус йоҡтороусының бәүеле ҡарайып, оло ярауы төҫһөҙләнә, хәлһеҙлек күҙәтелә, баш ауыртыуҙар йышая. Вируслы гепатиттың киҫкен формаһы менән сирләүселәр һәм хроник сирлеләр мотлаҡ йоғошло сирҙәр дауаханаһында дауаланырға тейешле.
Был яман сирҙән һаҡланыу маҡсатында балалар һәм 55 йәшкә тиклемге ололар мотлаҡ өс тапҡыр вакцинация үтергә тейеш.
Сирҙе дауалауға ҡарағанда уны иҫкәртеү күпкә еңелерәк, тигән хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, һаҡланыу сараларын күреү, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен аныҡ үтәү һәр кемде күңелһеҙлектәрҙән аралар.
В.АБДРАХМАНОВА,
Роспотребнадзорҙың БР буйынса
идаралығының эпидемиологик күҙәтеү бүлеге баш белгес-эксперты.