Һаҡланыу саралары күрегеҙ
03 октября 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Киҫкен респираторлы-вируслы инфекция-лар бөгөнгө көнгә тик-лем насар эҙемтәләргә килтереүсе хәүефле сирҙәрҙән һанала. Улар менән киҙеү эпидемияһы осоронда ил халҡының 5-15 проценты ауырый.
Ҡағиҙә булараҡ, киҙеү һәм киҫкен респираторлы-вируслы сирҙәр йылдың һыуыҡ осоронда башлана һәм ауырыуға тиҙ бирешеүсән, иммун системаһы ҡаҡшаған кешеләр араһында ныҡ тарала. Был сирҙәрҙең дөйөм үҙенсәлеге – тын алыу юлдарының зарарланыуы. Киң таралған һәм яҡшы билдәле киҫкен респираторлы-вируслы инфекциялар исемлегенә киҙеү, аденовируслы инфекция, парагрипп, риновируслы инфекция һәм башҡалар инә. Улар сирленән һау кешегә  һөйләшкәндә, йүткергән-сөскөргән ваҡытта, йәғни һауа аша күсә. Ғәҙәттә, ауырыу йоҡҡандан алып клиник билдәләр барлыҡҡа килгәнсе 12-48 сәғәт үтә.
Киҙеүҙең билдәләре
Был сир тәүге тәүлектә организмдың ағыуланыу билдәләре менән киҫкен башлана – юғары температура (38-40 градус), көслө баш ауыртыуы, һөйәк-быуындар һыҙлауы, хәлһеҙлек, арығанлыҡ. Ауырыуҙың 2-3-сө тәүлегенә генә тымау, ҡоро йүтәл башлана. Киҙеү менән сирләүсе үҙен насар тоя, шуға күрә 3-7 көн һуҙымында түшәктә ятырға мәжбүр була. Был сирҙең эҙемтәләре бигерәк тә ҡурҡыныс. Дауаланмаған осраҡта өҙлөгөү һөҙөмтәһендә үпкә шешеүе, ҡолаҡ елһенеүе, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үҙәк нервы системалары зарарланыуы, бәләкәй балаларҙа тамаҡ шешеүе мөмкин. Киҙеү организмдың иммун системаһын ныҡ ҡаҡшата. Айырыуса өлкән йәштәгеләр һәм кескәйҙәрҙең сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙыра.
Һаҡланыу
саралары
Киҫкен респираторлы-вируслы йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙең төп ысулы – вакцинация, йәғни прививка эшләү. Уны эпидемия башланырҙан алда үткәрәләр. Был маҡсатта үҙебеҙҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән вакциналар ҡулланыла. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы талаптарына ярашлы улар йыл һайын яңыртыла.
Организмдың сиргә ҡаршы тороусанлы-ғын күтәреү өсөн иҫкәртеү сараларына А, С, В төркөмө витаминдарын, элеутерококк һығынтыһын, аралия һәм женьшень төнәтмәһен ҡулланыу инә. Шулай уҡ бүлмәләрҙе елләтеү, таҙа тотоу, шәхси һәм дөйөм гигиена талаптарын теүәл үтәү ҙур роль уйнай. Сир ныҡ таралған осорҙа күмәк кеше йыйылған сараларға йөрөмәҫкә кәңәш ителә.
Әгәр өйөгөҙҙә киҙеү менән сирләүсе бар икән:
ауырыуҙы айырым бүлмәгә урынлаштырығыҙ;
табипты өйгә саҡырығыҙ;
сирлегә айырым һауыт-һаба бирегеҙ;
көн дауамында өйҙө 5-6 тапҡыр елләтергә һәм дымлы сепрәк менән саңды һөртөп торорға кәрәк;
ауырыуҙың таҫтамалын, ҡулъяулыҡтарын ҡайнар һыу менән йыуырға, йәиһә йыуғандан һуң ике яҡлап та үтекләргә;
сирлене тәрбиәләгәндә дүрт ҡатлы марлялы битлек кейергә;
уның туҡланыуы витаминдарға бай һәм туҡлыҡлы булырға, шыйыҡлыҡ күберәк бирелергә тейеш.
Ғаиләгеҙҙә берәйһе ауырып китеү менән, сир башҡаларға ла йоҡмаһын өсөн, иҫкәртеү сараларын күрегеҙ.
Рима БУЛАТОВА,
табип-эпидемиолог ярҙамсыһы.