Һаҡ булығыҙ!
13 октября 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Бешмә (ящур) вирусы, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанға Урта Азиянан мөгөҙлө ваҡ мал менән килеп ингән. Был фаразды Владимир ҡалаһында уҙғарылған лаборатор  тикшереүҙәр һөҙөмтәһе лә раҫлай. Эксперттар вирустың Урта Азия биләмәһендә теркәлгән вирус менән ҡәрҙәш икәнен асыҡлаған.
Туймазы районы "Нур” крәҫтиән-фермер хужалығы ЯСЙ-енә Урта Азия яғынан рөхсәтһеҙ ваҡ мал – һарыҡтар алып ҡайтылған. Был һарыҡтар бешмә ауырыуын үткәргән булған. Ауырып һауыҡҡан мал  барыбер вирус йөрөтөүсе булып ҡала һәм тап улар әлеге крәҫтиән-фермер хужалығындағы сәләмәт малға сирҙе йоҡторған да инде. Ә уларҙың малы иң яҡындағы тораҡ пункт – Йәрмөхәмәт ауылы малы менән бер тирәлә көтөлгәс, сир артабан таралып киткән.
Әле теркәлгән сығанаҡтарҙан сир тулыһынса таралыуҙан туҡтатылған. Уның таралыу хәүефе юҡ кимәлендә. Әлеге ваҡытта район биләмәһендә сәләмәт малдарҙы клиник асыҡлау буйынса эш алып барыла, өй беренсә йөрөп малдарҙан ҡан алына.
Бешмә - малдарҙа киҫкен үтеүсе йоғошло сир. Биҙгәк тотоп, ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы тиресәһендә, тиреһендә, еленендә һәм тояҡ араларында афтоз (бешкән һымаҡ) сей яралар барлыҡҡа килеүе менән характерлана. Бешмә бөтә төр ҡуш тояҡлыларға (һыйыр малы, сусҡалар, һарыҡ, кәзә), шулай уҡ кешегә йоға. Сир сығанағы булып ауырыу һәм ауырып йүнәлгән мал тора, уларҙан вирус һеләгәй, һөт, тиҙәк, һейҙек аша тышҡы мөхиткә тарала.
Клиник билдәләре: инкубация осоро 2-7 көн, бик һирәк осраҡта 21 көнгә һуҙыла. Сир бик киҫкен бара. Мал ашауҙан туҡтай, һыйырҙарҙың һөтө кәмей, тән температураһы 40,5 – 41,5 градусҡа етә.
Хөрмәтле граждандар! Бешмә малдарҙа була торған, кешегә лә йоғоуы ихтимал булған айырыуса хәүефле йоғошло сир. Ул малсылыҡҡа ныҡ ҙур зыян килтерә. Нәүбәттәге мәртәбә ҡабатлап әйтәбеҙ: Башҡортостан Республикаһы, Ғафури районы биләмәһенә илдең башҡа төбәктәренән вирус индереүгә юл ҡуймау маҡсатында малдарҙы бер урындан икенсеһенә күсереүҙе – республикала һәм район эсендә алып ҡайтыу йәки ситкә алып китеүҙе мотлаҡ район ветеринар хеҙмәтенең  рөхсәте менән генә башҡарырға кәрәк. Килеп тыуған бөтә һорауҙар менән район ветеринар станцияһына мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ, беҙҙең адрес: Ғафури районы, Красноусол ауылы, Көнбайыш урамы, 10, телефондар: 8(34740) 2-14-64, 2-10-71.
Фаил ЗӘЙНЕТДИНОВ,
район ветеринар станцияһы начальнигы.