Татлы сирҙең әсе эҙемтәләре
14 ноября 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Татлы сирҙең әсе эҙемтәләреДиабетҡа ҡаршы көрәш көнө бар кешелекте был мәкерле сирҙең йылдан-йыл артыуы тураһында иҫкәртеү көнө булып тора. Шәкәр диабеты булғанда ашҡаҙан аҫты биҙе тейешле кимәлдә инсулин бүлеп сығармау сәбәпле, ҡанда глюкозаның артыуы күҙәтелә.
Диабет сире 2 төргә бүленә: 1-се төрө ашҡаҙан аҫты биҙенең инсулин бүлеп сығармауына бәйле, 2-сеһе – инсулин етерлек кимәлдә йәки артыҡ күп бүленеп сыға һәм күҙәнәктәр уны үҙләштерә алмай.
Диабетты барлыҡҡа килтереүсе сәбәптәр:
- нәҫелдән күсәкилеүсәнлек;
- кәүҙә ауырлығының артыҡ булыуы (һимеҙлек);
- йыш нервы көсөргәнеше;
- инфекциялы сирҙәр;
- башҡа ауырыуҙар: йөрәктең ишемия сире, юғары ҡан баҫымы.
1-се төр шәкәр диабетын бөтөнләй дауалап булмаһа ла, табип  кәңәштәрен теүәл үтәгәндә уның үҫешен туҡтатырға мөмкин. Сирҙе булдырмау өсөн  профилактика сараларын белергә кәрәк. Был бигерәк тә хәүеф төркөмөндәгеләргә, йәғни нәҫелендә 1-се төр шәкәр диабеты менән ауырыған кешеләр булғандарға ҡағыла.
1-се төр шәкәр диабетын иҫкәртеү саралары:
- туҡланыу: аҙыҡ-түлектәге яһалма өҫтәлмәләр кимәлен контролдә тотоу, консерваланған аҙыҡтарҙы, майлы, углеводлы ашамлыҡтарҙы ҡулланыуҙы кәметеү;
- шәкәр диабеты үҫешенә килтереүсе инфекциялы һәм вируслы сирҙәрҙе иҫкәртеү;
- иҫерткес эсемлектәр эсеүҙән һәм тәмәке тартыуҙан бөтөнләй баш тартыу.
2-се төр диабет менән күпселек осраҡта 45 йәштән өлкәнерәктәр һәм шулай уҡ был сир менән ауырыған туғандары булғандар сирләй. Был кешеләргә йылына 1 тапҡыр ҡандағы шәкәр кимәлен билдәләүсе анализды бирергә кәрәк. Глюкозаның арта башлауы ни тиклем иртәрәк асыҡланһа, дауаланыу ҙа шул тик-лем файҙалыраҡ буласаҡ.
Ҡандағы нормаль шәкәр кимәле: ас көйөнсә (ашағанға тиклем) – 3,3 – 5,5 ммоль/л; ашағандан һуң 2 сәғәт үткәс – 7,8 ммоль/л-ға тиклем.
Шәкәр диабеты ауыр эҙемтәләргә – һуҡырайыу, йөрәк-ҡан системаһының зарарланыуы, бөйөрҙәр эшмәкәрлегенең насарайыуына  килтерә. Нәҫелдән күсәкилеүсәнлектән һуң икенсе төп сәбәптең артыҡ кәүҙә ауырлығы булыуын иҫәпкә алып, 2-се төр диабетты профилактикалауҙы дөрөҫ туҡланыуҙан башларға кәрәк.
Бының өсөн асығыу һәм ҡаты диеталар менән мауыҡмағыҙ, көнөнә бер нисә тапҡыр, билдәле бер ваҡытта әҙ-әҙләп туҡланығыҙ, ашағығыҙ килмәгәндә ашамағыҙ, аҙыҡ рационын йәшелсә, емеш-еләк менән байытығыҙ, майлы һәм консерваланған ризыҡтарҙы ҡулланмағыҙ.
Спорт менән шөғөлләнеү, көн һайын физик күнегеүҙәр эшләү ҙә мөһим иҫкәртеү сараларына инә. Спорт менән шөғөлләнгәндә организмда матдәләр алмашыныуы әүҙемләшә, ҡан күҙәнәктәре яңыра, ҡан составы яҡшыра. Мускулдарҙың әүҙем эшмәкәрлеге уларҙың инсулинды тотоноуын һәм глюкозаны үҙләштереүен көйләй. Шуға күрә телевизор, компьютерығыҙҙы һүндерегеҙ һәм күберәк саф һауала хәрәкәтләнегеҙ. Көн һайын 30 минут йәйәү йөрөү 2-се төр шәкәр диабеты менән сирләү хәүефен 30 процентҡа кәметә! Экран алдында ултырған һәр 2 сәғәт диабет менән сирләү ҡурҡынысын 20 процентҡа, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре барлыҡҡа килеү мөмкинлеген 15 процентҡа арттыра. Спорт йәки физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнер алдынан табипҡа күренергә һәм организмдың дөйөм физик торошон билдәләргә онотмағыҙ.
Тағы ла бер мөһим иҫкәртеү сараһы – мөмкин тиклем күберәк ыңғай уй-кисерештәр менән йәшәү. Оҙайлы стрестар, күңел төшөнкөлөгө, нервы көсөргәнеше шәкәр диабетының үҫешенә килтерә.
Хәүеф төркөмөнә йөклө сағында кәүҙә ауырлығы 17 кг-дан да күберәккә артҡан, шулай уҡ сабыйы 4,5 кг һәм унан ауырыраҡ булып тыуған ҡатындар ҙа инә. Улар профилактика сараларын – кәүҙә ауырлығын контролдә тотоу, физик күнекмәләр, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙы бала тапҡас та башларға тейештәр.
Балаларҙа шәкәр диабетын нисек булдырмаҫҡа?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сир менән ауырыусы балалар һаны бик йылдам үҫә. Уны булдырмау өсөн профилактика сараларын бала тыуғас та башларға кәрәк. Балалар туҡланыуындағы яһалма ҡатнашмаларҙа ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген боҙоусы һыйыр һөтө аҡһымдарының артыҡ күп булыуы билдәле. Шуға күрә 1 йәшкә тиклем сабыйҙы күкрәк һөтөнән айырмағыҙ. Был уның иммунитетын көсәйтә, инфекциялы сирҙәрҙән һаҡлай. Икенсе мөһим сара – вируслы сирҙәрҙе (грипп, ҡыҙылса) профилактикалау.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһағыҙ, табип кәңәштәрен теүәл үтәһәгеҙ, оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер итерһегеҙ.
Зөлфиә КӘРИМОВА,
үҙәк район дауаханаһының терапия бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы
табип.