Төп дауа – хәрәкәт
06 апреля 2018 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Төп дауа – хәрәкәт 
Һүрәттәге мөләйем ҡатын Красноусол ауылында йәшәүсе Рәйсә Зәки ҡыҙы Полтавская Имәндәш ауылында тыуып үҫкән.
Бар һөнәрҙәр араһынан иң яуаплы, иң кешелекле фельдшер һөнәрен һайлаған ҡыҙ тәүҙә тыуған ауылында, һуңынан район дауаханаһында эшләй. 1981 йылда тормош иптәше менән Себер тарафтарына сығып китәләр. "Унда эшләгәндә ауылдан сыҡҡан ҡыҙ икәнемде белгәс, ойошмалар араһында үткәрелгән ҡышҡы эстафеталағы саңғы ярыштарына гел мине ебәрә инеләр. Шул ваҡытта уҡ хаҡлы ялға сыҡҡас көн дә саңғыла йөрөр инем тип хыяллана торғайным”. Рәйсә Зәки ҡыҙының хыялы тормошҡа аша – бына 12 йыл инде көн һайын ҡыш көнө саңғыла йөрөһә, йәйен йөҙөү менән шөғөлләнә. Был ҡыҙыҡһыныуы уға яңы әхирәттәр табырға ярҙам итә, йәшәүгә йәштәрсә дәрт-дарман, йән һәм тән сәләмәтлеге бирә.