Ауырыуҙарын да оноттолар
23 ноября 2018 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

20 ноябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы Зәйнуллина ойоштороуында бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар Үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһендә дауаланыусы балалар янына барҙылар. Бүлек табибы Динара Абаевна Кулагина изге маҡсат менән килгән төркөмдө ихлас ҡаршы алып, ял бүлмәһенә үткәрҙе.
Бында әлеге мәлдә төрлө йәштәге 20 бала дауалана. Ра-йон мәҙәниәт йорто хореографы Эльвира Хөснөтдинова улар менән төрлө ҡыҙыҡлы уйын-дар уйнаны, яҡындан аралашып төрлө һорауҙар бирҙе. Балалар ауырыуҙарын онотоп уйнаны, бейене, күңел асты. Шулай уҡ район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Динара Әхмәдова, Вәсилә Әбделмәнова оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.  Был байрамды ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуар Гөлфиә Миндийәрова (үҙе лә килгән ине),  шулай уҡ Динар Шәриповҡа ҙур рәхмәт әйтке килә.
Был байрам яҡшы эштәр башҡарыу, шәфҡәтлелек ярҙамы, иғтибар-ихтирам күрһәтеү өсөн матур көн. Тап ошо көндә кемдеңдер изгелек ҡылыуы, ә унан балаларҙың ысын күңелдән шатланыуы үҙе бер онотолғоһоҙ матур тойғо булып ҡалды.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.